Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Рәмзиә Кәримова-Байбулатова: "1995 йылда телевидениела эшләй башлағас, Мостай Кәримдән интревьюлар алырға тура килде. Минең дә фамилиям Кәримова икәнен белгәс, ҡәләмдәштәренә, был минең ҡыҙым, тип таныштыра. Ә улар, шулай йәш кенә ҡыҙың бармы, тип ғәжәпләнәләр. Ниңә, мин ҡартмы ни? тип һорау менән яуаплай ҙа мут ҡына йылмая шағир. Ҡәләмдәштәре нимә тип әйтергә белмәй, баҙап ҡалалар"- тип хәтерләй. ????