Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Сентябрь 2019, 18:44

Мостай Кәрим тураһында хәтирәләрем Айгөл Иршат ҡыҙы Игелекова, М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

* КОНКУРС ** КОНКУРС * КОНКУРС *
МОСТАЙ КӘРИМ — ЙӨҘ ТАПҠЫР БЕҘҘЕКЕ!
Мостай Кәрим тураһында хәтирәләрем
Айгөл Иршат ҡыҙы Игелекова, М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Минең әҙип менән тәүге осрашыуым Баймаҡ ҡалаһында, 1985 йылдар тирәһендә булды. Ул ваҡытта мин мәктәптә уҡый инем. Уҡытыусыларым район үҙәгенә бер төркөм яҙыусылар киләсәген хәбәр иттеләр һәм, уҡыу алдынғыһы булараҡ, мине ошо шәхестәр менән осрашыуға алып барасаҡтарын әйтеп, шатландырҙылар. Көткән көн килде. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһына эйәртеп, иптәштәрем менән ҡалаға юлландым.
Был осрашыуҙан бик ҡәнәғәт ҡайтҡаным иҫемдә. Яҙыусыларҙан Мостай Кәримдең, Сафуан Әлибаевтың, Ҡайсын Кулиевтың сығыштары хәтеремдә уйылып ҡалған. Мостай Кәримдән ни эшләптер автограф алмағанмын, ә бына С. Әлибаевтың «Икеһеҙ саҡ» тигән китабына Ҡайсын Кулиевтан автограф алғанмын. Сара аҙағында Сафуан Әлибаев бер башҡорт йырын йырланы. Мостай Кәримдең шиғырҙарын уҡығанда шаярып та алыуы, көлөп тә ебәргәне иҫемдә ҡалған.
Әҙип менән икенсе осрашыуыбыҙ 2004 йылдың 29 сентябрендә булды. Беҙ уны 48-се башҡорт лицейына шағирҙың 85 йәшлек юбилейы уңайынан саҡырғайныҡ. Мостай Кәрим Рауил Бикбаев менән бергә Яҙыусылар союзының аҡ “Волга”һында килде. Вәт шәп осрашыу булды! Сәхнәлә уҡыусылар, уҡытыусылар шағирҙың әҫәрҙәренән өҙөктәр сәхнәләштерҙе, шиғырҙарын яттан һөйләне, йырҙарын йырланы, яҙыусылар менән рәхәтләнеп әңгәмәләште. Аҙаҡтан бергәләп сәй эстек. Шул осрашыу иҫтәлеге булһын тип, Мостай Кәримдән автограф алдым. Ул “Айгөлгә аҡ бәхеттәр теләйем” тип яҙып бирҙе. Ошо осрашыуҙан бик күп фотолар һаҡланған миндә. Оҙата сыҡҡас, лицей алдында ла төштөк. Аҙаҡтан фотоларҙан төҙөлгән альбомды алып, шағирҙың өйөнә барҙыҡ. Ул бик ҡыуанды.
Яуап итеп һеҙгә нимә бүләк итәйем икән тип борсолғаны ла хәтерҙә. Беҙ уҡыусылар менән уға ҡыҙыл туҡыманан йөрәк-яҫтыҡ әҙерләнек, сигеп матур теләктәр яҙҙыҡ, йәшмәнән ручка ҡуйыу өсөн Башҡортостан картаһы формаһындағы органайзерға заказ бирҙек. Оҫта, бик матур итеп эшләп, аҫҡы өлөшөнә теләктәр яҙып бирҙе. Мостай Кәримгә бүләктәр оҡшаны. Аҙаҡтан, балалар менән Келәш ауылына сәйәхәткә барған саҡта был бүләктәрҙе музей-кабинетта күрҙек. Туғандары, шағир мәрхүм булғас, уларҙы музейға тапшырған икән.
Осрашыуҙан һуң 11 ай үтеүгә Башҡортостандың халыҡ шағиры беҙҙең аранан китте. Уның вафаты тураһындағы хәбәр йөрәкте телеп үтте... Лицейҙа матәм көнө уҙғарҙыҡ, күптәр һығылып иланы. Иртәгеһен “Нефтселәр” һарайы алдына шағирҙы һуңғы юлға оҙатырға йыйылдыҡ. Ундағы халыҡтың күплеге! Киң урамға һыймай ине улар.
Артабан мин Мостай Кәрим исемендәге гимназияға эшкә күстем. Һәр йыл халҡыбыҙҙың оло шәхесен иҫләп, хәтер һәм тыуған көндәрен билдәләйбеҙ. Һәйкәл асыу көнөн яҡшы хәтерләйем. Ҡойоп ямғыр яуған көн булыуға ҡарамаҫтан, унда ла халыҡ эркелеп-эркелеп килде, үҙ һүҙен әйтте, хөрмәтен белдерҙе. Уҡыусылар менән бергәләп билдәле шәхестәр менән фото төштөк, һәйкәл авторы Андрей Ковальчук менән әңгәмәләштек.
Хәҙер ошо һәйкәл янында шиғырҙар уҡыу ғәҙәтебеҙгә инде. Оло әҙипте һәр саҡ иҫләйбеҙ, уның рухына тап төшөрмәҫкә тырышабыҙ.
Беҙ Мостай Кәримдең әҫәрҙәрен уҡып, геройҙарынан фәһем алып йәшәйбеҙ. Әҙиптең тормошо һәм ижады барыбыҙға ла үрнәк. Күңелебеҙҙә шағир тураһында тик йылы, матур хәтирәләр генә һаҡлана.
Читайте нас: