Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Октябрь 2019, 13:00

Башҡортостан Башлығы 2020 йылдың 1 ғинуарынан ветерандарға түләүҙәрҙе арттырыу тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы

2020 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда ветерандарға айлыҡ түләүҙәр арта.
Республика Башлығы Радий Хәбиров түләүҙәрҙе индексациялау тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Закон Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылып сыҡты.
«Документҡа ярашлы, киләһе йылдың башынан сәйәси репрессияларҙан зыян күргән тип танылған кешеләргә түләүҙәр 553,28 һумдан 600 һумға тиклем арта, — тип хәбәр итте Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко. — Реабилитацияланған кешеләргә айлыҡ түләүҙәр 659,68 һумдан 700 һумғаса; тыл эшсәндәренә — 415,15-тән 450 һумға тиклем; хеҙмәт ветерандарына 376,06 һумдан 400 һумғаса арта. Пенсия танытмаһына льготаға хоҡуҡ тураһында ҡушымтаһы булған хеҙмәт ветерандарына, шулай уҡ оҙайлы эш стажына эйә хеҙмәт ветерандарына түләүҙәр 145,93-тән 200 һумға тиклем күтәрелә».
http://www.bashinform.ru/bash/1362286/
Читайте нас: