Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Октябрь 2019, 15:20

•Күрше өлкәләрҙән хәбәрҙәр

Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районының Аллабирҙе мәктәбе уҡытыусыларын һөнәри байрам менән ҡотлауҙа, уҡыусыларҙан тыш, ауылдаштары ла ихлас ҡатнаша. Был матур йола быйыл да ҡабатланды. Уҡыусылар остаздарына, гөлләмәләр менән бергә, яҡшы кәйеф, онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итте. IX – XI класс уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән концертҡа мәктәпте тамамлап, әлеге көндә юғары уҡыу йорттарында белем алыусы студенттар – Рәсим Сыңғыҙов, Айгөл Һөйөндөкөва, Эльнара Хисамовалар ҙа килде. Улар сәхнәлә уҡытыусыларға төплө белем биреүҙәре өсөн оло рәхмәт һүҙҙәрен әйтте, Эльнара уҡытыусыларға «Халҡыма» йырын арнаны. Концертта уҡытыусылар ҙа, бар ауылдаштар ҙа ысын күңелдән ял итте.
Читайте нас: