Республикала күкрәк биҙе яман шешен профилактикалауға йүнәлтелгән айлыҡ дауам итә. Уның символы — ал таҫма. Программаның төп маҡсаты – ҡатын-ҡыҙҙарға һөт биҙҙәре яман шеше хаҡында тулы мәғлүмәт еткереү, сирҙе ваҡытында асыҡлау һәм кәрәкле ярҙам күрһәтеү.
Тикшерел һәм сәләмәт бул. Башҡаланың 13-сө клиник дауаханаһына ҡараған поликлиникала заманса һанлы маммография аппараты ярҙамында ҡатын-ҡыҙҙар күкрәк биҙе яман шешен иҫкәртеү өсөн диагностика үтә. Был процедураны 40 йәштән һуң ике йылға бер, ә 50- нән һуң йыл һайын үтеү зарур. Күкрәк яман шеше ҡатын-ҡыҙҙарҙа осраған онкологик сирҙәр араһында беренсе урында тора. Ул ғына ла түгел сирлеләр һаны йылдан йыл күбәйә. Һуңғы 20 йылда был һан ике тапҡырға артҡан. Рәсәйҙә йылына 65 мең ҡатында күкрәк яман шеше асыҡлана. Статистика буйынса һәр 8-се гүзәл зат ошондай ауырыуға дусар булыуы ихтимал. Башҡортостанда бындай сырхау йыл һайын мең ярым тирәһе ҡатын-ҡыҙҙа диагностикалана. Һуңғы осорҙа күкрәк биҙе яман сирен тәүге стадияла асыҡлау осраҡтары артҡан. Ул 70% тирәһен тәшкил итә. Яман шеште ваҡытында асыҡлағанда сирҙән тулыһынса арынырға мөмкин. «Ал таҫма» акцияһы сиктәрендә Республика клиник онкология диспансерында ла асыҡ ишектәр көнө үтә. 12,19,26 октябрь һәм 2 ноябрҙә республикабыҙ гүзәл заттары табип-онколог менән кәңәшләшеп заманса аппарат ярҙамында тикшереү үтә ала. Бының өсөн урындағы поликлиникаға шылтыратып табипҡа алдан яҙылыу кәрәк. «Ал таҫма» акцияһы ай аҙағына тиклем дауам итә.
https://health.bashkortostan.ru/presscenter/news/230199/