Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Октябрь 2019, 16:09

М. Кәрим – Баймаҡта

* КОНКУРС ** КОНКУРС * КОНКУРС *
МОСТАЙ КӘРИМ — ЙӨҘ ТАПҠЫР БЕҘҘЕКЕ!
М. Кәрим – Баймаҡта
1994 һәм 2004 йылдарҙа район хакимиәте һәм мәғариф бүлеге саҡырыуы буйынса, Башҡортостандың халыҡ шағиры М. Кәрим 75 һәм 85 йәшлек юбилей йылдарында Баймаҡ районы һәм ҡалаһы мәктәптәрендә, лицей-интернатта, китапханаларҙа уҡыусылар менән осрашыуҙарҙа булды. Баймаҡ ҡалаһы мәҙәниәт йортонда юғары кимәлдә үткән осрашыу кисәләре, уҡыусылар күңелендә матур тойғолар уятты. Был фотолар лицей-интернатта, район мәҙәниәт бүлегендә төшөрөлөп, шул йылдар иҫтәлеге итеп һаҡланыла.
Шағирҙың 85 йыллыҡ юбилейына арналған район сараларына М. Кәримдең ҡыҙы Әлфиә Мостафа ҡыҙы ла килгәйне.
Баймаҡ ҡалаһы мәғариф бүлеге методисы Нәфисә Мәмбәтова.
Читайте нас: