Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Октябрь 2019, 15:35

Мостай Кәримдең уҡыусылар менән осрашыуы

* КОНКУРС ** КОНКУРС * КОНКУРС *
МОСТАЙ КӘРИМ — ЙӨҘ ТАПҠЫР БЕҘҘЕКЕ!
2000 йылдың февраль айында Ә. Вәлиди исемендәге республика милли китапханаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим менән осрашыу үтте. Халыҡ шағиры Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының 5-се класс уҡыусылары менән иҫтәлеккә фотоға төштө. Фотографияны уҡыусыларҙың класс етәксеһе Флорида Рафиҡ ҡыҙы Искәндәрова ебәрҙе.
Читайте нас в