2005 йылда уҡыусыларымды "Йәштәр" театрына алып барғанда тап иттек Мостай Кәримде. Мөләйем йылмайып, "Ҡышҡы баҡса"ла ултыра ине. Эргәһенә килеп, күңел булғансы һөйләштек. Уҡыусыларға ябайлығы, ихласлығы, алсаҡлығы оҡшаны. "Ысын яҙыусыны күрҙек, автографтар алдыҡ, иҫ киткес!" -- тип оҙаҡ һөйләнеләр улар мәктәптә.