Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Октябрь 2019, 16:17

Мостай Кәрим, Шакир Янбаев менән

* КОНКУРС ** КОНКУРС * КОНКУРС *
МОСТАЙ КӘРИМ — ЙӨҘ ТАПҠЫР БЕҘҘЕКЕ!
Билдәле башҡорт яҙыусыһы Шакир Янбаев йыш ҡына тыуған ауылы Күгәрсен районының Бикбулат ауылына Мостай Кәрим менән ҡайтып, ауылдаштары менән осрашыуҙар үткәреп китер булған. Ә осрашыуҙы әсәйем Ләйлә Кинйәбай ҡыҙы Кинйәбаева ойошторған. Уҡыусылар әҙиптәрҙең балалар өсөн яҙған әҫәрҙәрен сәхнәләштергән, шиғырҙарын уҡыған, йырҙарын йырлаған. Бындай осрашыуҙарҙан өйҙә бик күп фотолар һаҡлана. Фотоларҙың береһендә олатайым Кинйәбай Хөсәйен улы Сафин сығыш яһай.
Журналист Нурия Кинйәбаева.
Читайте нас: