23-24 октябрҙә Өфөлә “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте глобализация шарттарында һәм полиэтник мөхит: тәжрибә һәм перспективалар” тип аталған халыҡ-ара конференция эшләй башлай. Ойоштороусылары – Башҡортостан Башлығы Хакимиәте, Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем министралығы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Рәсәй Фәндәр академияһы, Рәсәй Фәндәр академияһының тарих-филология бүлеге, Башҡортостандың Мәғариф министрлығы, РФА-ның Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге, “Арҡаҙаш” фән һәм мәҙәниәтте үҫтереү төбәк йәмәғәт фонды, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты.
Сарала глобалләшеү заманында Рәсәйҙең төп халыҡтарының телен һаҡлау, мәғарифтәге модернизация шарттарында туған һәм дәүләт телдәрен өйрәнеү, полимәҙәни киңлектә әҙәбиәт һәм фольклористика проблемалары, тәржемә проблемалары, киң мәғлүмәт сараларында тел процестарының сағылышы, компьютер лингвистикаһы һәм телде өйрәнеүҙә интеллектуаль технологиялар. Конференцияла үҙебеҙҙең күренекле ғалимдар һәм йәштәр, уҡытыусылар, урындағы үҙидара хеҙмәткәрҙәре менән бергә Мәскәү, Санкт-Петербург, Новосибирск ҡалалары, Татарстан, Алтай, Яҡут-Саха, Дағстан, Ҡалмыҡстан, Сыуашстан республикаларының, Төркиә, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстандың фән әһелдәре лә ҡатнаша.
Сарала ике түңәрәк өҫтәл үткәреү ҡаралған: “Туған һәм дәүләт телдәрен өйрәнеүҙәге яңылыҡ (Рәсәй Федерацияһының полиэтник төбәктәре миҫалында)”, “Башҡорт теле буйынса заманса әсбап: концепциялар һәм уны тормошҡа ашырыу”.