Һөйөү ни икәнен аңлар өсөн,
Терелергә тейешһеңдер, үлеп.
Йөрәгеңде ҡараһындар телеп!
Йә арҡаңа бысаҡ ҡаҙаһындар,
Тоҙ һипһендәр шунан сей яраңа.
Үлгән ерҙән ҡабат терелтһендәр,
Терелткәне өсөн...хаҡ һорарға.
Ҡабул иттем уны шул килеш тә...
Һуҡыр, һаңғырау булдым...
Һис тә аңлап бөтә алмам төҫлө.
Әллә йөрәк һуҡыр саҡта ғына,
Һөйөү беҙҙән буламы икән көслө?!.
Асылманы. Көсләп астырҙылар.
Батып барған ерҙән тартып алып,
Усаҡ уртаһына баҫтырҙылар...
Янып, көлгә ҡалған ерҙән, яңы,
Ҡалҡып сығып киләм ер йөҙөнә.
«Һөйөү нимә?» - тигән һорауҙы мин
Һаман бирәм әле үҙ-үҙемә...