Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Октябрь 2019, 12:31

Журнал “Белем” исеме менән донъя күрә.

Журнал 1924 йылдың ғинуарынан “Белем” исеме менән донъя күрә. Үҙе тураһында ул: “Башҡортостан мәғариф халыҡ комиссариаты тарафынан сығарыла торған ғилми, тәғлим-тәрбиәүи, әҙәби айлыҡ журнал” тип яҙа. Нәшере – “Башнаркомпрос” (Башкирский народный комиссариат просвещения). Мөхәррире һәм мөхәрририәт – Имай Насыри, Шәриф Сүнчәләй, Ғөбәй Дәүләтшин, Кәрим Иҙелғужа. Баҫылыу урыны – “Октябрь натискаһы” типографияһы. Тәүге ваҡытта редакцияның адресы Зенцов урамындағы 18-се йортта урынлаша. Баштараҡ журналдың тиражы 1000 – 1500 дана була. (Мәғлүмәт өсөн: 1924 йылда бер һандың хаҡы 25 тин, 1926 йылда – 50 тин.) Шулай итеп, бөгөн “Башҡортостан уҡытыусыһы” булараҡ республикабыҙҙа ғына түгел, Рәсәй Федерацияһы субъекттарында ла киң танылыу алған журнал ошондай тарихи юл үткән.
“Белем” журналының төп рубрикалары һигеҙ: “Тәрбиә үә тәғлим”, “Илде өйрәнеү”, “Сәйәси аң-белем”, “Тел һәм әҙәбиәт”, “Фән һәм техника”, “Милли мәҙәниәт”, “Тәнҡит үә библиография”. Бынан тыш төрлө юбилейҙарға арналған махсус рубрикалар ҙа даими осрай: “Октябрҙың ун йыллығы”...
Журналдың тәүге һанының һуңғы битендә журнал идараһы тарафынан баҫманы нәшер итеүҙең маҡсатын һәм бурыстарын аңлатыусы мәҡәлә килтерелә: “Башҡортостандағы башҡорт-татар уҡытыусыларына һуңғы тәғлим-тәрбиә ысулдарын үә фән яңылыҡтарын белдереп тороу өсөн Башҡортостан мәғариф комиссариаты үә уның янындағы ғилми мәркәз тарафынан “Белем” исемендә ғилми үә тәрбиәүи айлыҡ бер журнал сығара башланы. Был журналға Уфалағы башҡорт-татар һәм рустарҙан байтаҡ ғилми көстәр ҡатнашасаҡтар. Кантондарҙағы ҡәләм эйәләренең һәм дә Башҡортостан сигенә кермәгән башҡорт үә татар яҙышыусыларының да журналға ҡатнашыуҙары үтенеләлер… Журналда түбәндәге рубрикалар буласаҡ: 1) тәрбиә бүлеге, 2) фәнни бүлек, 3) сәйәси тәрбиә бүлеге, 4) әҙәбиәт бүлеге, 5) рәсмиәт үә информация бүлеге. Быларҙан башҡа ваҡыты-ваҡыты менән кәсептәштәр хәрәкәте үә яңы әҫәрҙәр тураһында мәғлүмәттәр ҙә бирелеп торасаҡ”.
“Белем” — техник яҡтан да, художестволы биҙәлеше йәһәтенән дә үҙ ваҡыты өсөн бик матур була, иллюстратив материалдар ҙа йыш бирелә. Төрлө йүнәлештәге ғилми-педагогик материалдар менән бергә улар баҫманың абруйын күтәрә.
Журналдың 1 — 2-се һандары ҡушарлап сығарыла. Ул Ш. Сүнчәләйҙең “Тәғлим-тәбиә” бүлегендә бирелгән “Беренсе баҫҡыс мәктәптәре үә ижтимағиәт программаһы” исемле ҙур мәҡәләһе менән асылып китә. Артабан геология фәндәре докторы булып китәсәк Г. Вахрушевтың “Башҡортостан еренең геология фәне буйынса күренеше” тигән хеҙмәте лә әһәмиәтле.
“Тел һәм әҙәбиәт” бүлеге журнал уҡыусыларын әҙәбиәт һәм шиғриәт өлгөләре менән таныштырып барыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Мәҫәлән, тәүге һандарҙа Х. Ғәбитовтың “Ленинизмдың таҙа сәсәктәре” шиғыры менән Ғ. Фәхретдиновтың “Башҡорт шөйәһендә һөйләшеү өсөн белергә тейешле булған төп ҡағиҙәләр” мәҡәләһе баҫыла. Ғ. Фәхретдинов үҙ хеҙмәтендә милли терминология мәсьәләләрен күтәрә. Ошонда уҡ ҡушымта рәүешендә раҫланған терминдар теҙмәһе бирелә. 3 — 4-се һандарҙа Б. Ишемғоловтың “Таң” псевдонимы менән имзалаған “Ярҙам”, Х. Ғәбитовтың “Йырлап үттем”, З. Шәймиевтың “Уҡыусы ҡустыма” шиғырҙары, дидактик рухтағы Т. Йәнәбиҙең “Аң-белем бөтөн граждандарға” (№5), “Әйҙәгеҙ, ғилем-һөнәр юлына” (6 — 7-се һандар) шиғырҙары баҫыла. 1927 йылда (4 — 5, 6 — 7-се һандар) һинд яҙыусыһы Р. Тагорҙың “Ас таштар” әҫәре лә донъя күрә.
Шул уҡ йылдың апрель айында «Белем» «Яңы юл» исемле әҙәби журнал менән ҡушыла. Шуға күрә баҫма биттәрендә мәғариф менән бер рәттән, әҙәбиәт, сәнғәт һәм иҡтисад мәсьәләләре лә яҡтыртыла. 1927 йылда журналдан “Сәсән” журналы һәм «Яңылыҡ» гәзите бүленеп сыға. Ошонан һуң баҫманың иғтибар үҙәгендә мәғариф менән бәйле мәсьәләләр генә тороп ҡала: уҡытыусыларға методик ярҙам, йәш быуынды тәрбиәләү, айырым предметтарҙы милли мәктәптәргә ярашлы төҙөү һәм уҡытыу методикаһы, мәктәптәрҙе йәш кадрҙар менән тәьмин итеү.
Читайте нас: