Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Октябрь 2019, 15:15

“Тере шишмәләр” республика тасуири уҡыу конкурсы

Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы быйыл традицион рәүештә йыл һайын үткәрелгән “Тере шишмәләр” республика тасуири уҡыу конкурсын халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арнаны.
23 октябрҙә үткәрелгән сарала Өфө, Октябрьский, Межгорье, Благовещенск, Бөрө, Бәләбәй ҡалалары, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Архангел, Краснокама, Баҡалы, Дүртөйлө, Күгәрсен, Бөрө, Дыуан, Ҡариҙел, Саҡмағош, Учалы, Миәкә райондары мәктәптәренән 70-тән артыҡ уҡытыусы һәм уҡыусылар ҡатнашты.
Ижади конкурс Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтының ректоры, психология фәндәре докторы, профессор Гөлназ Радмил ҡыҙы Шафиҡованың сәләмләү һүҙе менән асылды. Ул килгән ҡунаҡтарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм бындай әҙәби-мәҙәни сараларҙың йәш быуынды тәрбиәләүҙәге әһәмиәтен билдәләп үтте. Әҙәби сараға шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ шағирәһе, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы Юнысова, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының бүлек мөхәррире Гөлнара Әхмәҙулла ҡыҙы Ҡусҡарбаева саҡырылғайны.
Конкурстың төп маҡсаты – йәш быуында Мостай Кәримдең ижади мираҫына ҡыҙыҡһыныу, хөрмәт һәм һүҙ сәнғәтенә ҡарата һөйөү уятыу ине.
Бәйгелә ике номинация (“Уҡытыусы һәм уҡыусы”, “Уҡыусы һәм уҡыусы”) иғлан ителгәйне. Сығыш яһаусылар конкурсҡа бик етди ҡараған: костюм, декорация, техник саралар әүҙем ҡулланылды.
Беренсе номинацияла тәүге урынды Миәкә районы Илсеғол башҡорт гимназияһынан килгән уҡыусылар яулаһа, икенсе номинацияла Баҡалы районынан Фанзалия Камил ҡыҙы Закироваға һәм Лениза Мөхәмәтнур ҡыҙы Ғабдуллинаға етеүселәр булманы.
Кисә йыр-бейеү менән үрелеп барҙы. Алмаз һәм Айҙар Юнысовтарҙың дәртле бейеү көйҙәре, БДУ студенттары Зөлфиә Хафизованың “Башҡортмон” йыры, Ҡәҙриә Зөбәйерованың “Заһиҙә” бейеүе бөтәһенең дә күңеленә хуш килде.
“Дуҫлыҡ бүлешкәндән арта ғына”, – тигән халҡыбыҙҙың бөйөк шағиры Мостай Кәрим. Арҙаҡлы шәхесебеҙгә арналған “Тере шишмәләр” республика тасуири уҡыу конкурсы ла рух көсө өҫтәне, илһам ҡанаттарын нығытты.
Л. КИРӘЙЕВА,
Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы доценты
«Тере шишмәләр» республика тасуири уҡыу конкурсында еңеүселәр
“Уҡытыусы – уҡытыусы” номинацияһы буйынса
1-се урын – Закирова Фанзалия Камил ҡыҙы (Баҡалы районы Иҫке Ҡуян мәктәбе) һәм Ғабдуллина Лениза Мөхәмәтнур ҡыҙы (Баҡалы районы Иҫке Ҡатай мәктәбе)
2-се урын – Шакирова Гәүһәр Ғәлиәкбәр ҡыҙы һәм Ишемғужина Ләйсән Ғилман ҡыҙы (Октябрьский ҡалаһы ҡала округының 9-сы мәктәбе)
2-се урын – Камалова Ғәлимә Әнүәр ҡыҙы (Дүртөйлө районы Исмаил мәктәбенең Шишмә филиалы) һәм Мәхмүтова Айгөл Әнүәр ҡыҙы (Күгәрсен районы Мораҡ 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе)
3-сө урын – Абзалова Ләлә Әнүр ҡыҙы (Туймазы районының Бишҡурай урта дөйөм белем биреү мәктәбе)
3-сө урын – Маликова Резеда Миниәхмәт ҡыҙы (Архангел районы Архангел 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе) һәм Тулыбаева Гөлшат Миниғәли ҡыҙы (Архангель районы Баҡалды урта дөйөм белем биреү мәктәбе)
3-сө урын – Кушегенова Айһылыу Тәлғәт ҡыҙы (Бөрө районы Иҫке Бурны урта дөйөм белем биреү мәктәбе) һәм Саҙриева Айгөл Фәрҙәт ҡыҙы (Бөрө ҡалаһының 8-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе)
“Уҡытыусы – Уҡыусы” номинацияһы буйынса
1-се урын – Йосопова Ирина Салауат ҡыҙы һәм Шәйәхмәтова Ғәлиә, Иликеева Эльвина, Мөхәмәтйәнова Зиләрә, Мөхәмәтйәнова Айгөл, Булатова Алтынай, Йосопова Диләрә (Миәкә районының Илсеғол башҡорт гимназияһы)
2- се урын – Абдуллина Айгөл Хәлит ҡыҙы һәм Хөснуллина Ильмира Ильяс ҡыҙы (Учалы районының Сәфәр урта дөйөм белем биреү мәктәбе)
2-се урын – Ғиндуллина Зилиә Туҡтағол ҡыҙы һәм Хөпөтдинова Розалина Ғәүни ҡыҙы (Ҡариҙел районының Яңы Бәрҙәш урта дөйөм белем биреү мәктәбе)
3-сө урын – Ғәзизуллина Миндиниса Әхәт ҡыҙы һәм Садыкова Айгизә Мөхәмәт ҡыҙы, Хәмиҙуллина Камила Наил ҡыҙы (М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы)
3-сө урын - Биҡҡужина Зоя Миниәхмәт ҡыҙы һәм Иҙиәтуллина Сулпан Филүс ҡыҙы (Бәләбәй ҡалаһының башҡорт гимназия-интернаты)
3-сө урын – Хәйбуллина Ғилминур Басир ҡыҙы һәм Хисамова Әлиә Йомадил ҡыҙы (Межгорье ҡалаһының 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе)
Читайте нас: