Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Октябрь 2019, 13:27

Ҡәләмдең ҡөҙрәте

Бала яҙыу менән булышҡан өләсәһенең эргәһенә килеп:
– Нимә яҙаһың, өләсәй? Әллә минең турала яҙаһыңмы? – тип һораған.
– Дөрөҫ әйттең, балам, һинең турала яҙам. Тик минең нимә яҙыуым түгел, нимә менән яҙыуым мөһим. Киләсәктә һинең ошо ҡәләм кеүек ҡөҙрәтле булыуыңды теләйем, – тигән ул.
Бала аптыраулы ҡарашын ҡәләмгә төбәп:
– Ә ҡөҙрәте нимәлә һуң? – тип һораған.
– Бөтә сер беҙҙе уратып алған донъяға нисек, ниндәй күҙлектән бағыу менән бәйле. Бына ошо ябай ғына ҡәләм үҙендә биш мөғжизә һаҡлай. Тормошта маҡсатыңа ирешеп, уңышлы йәшәргә теләһәң, һин уларҙы белергә тейешһең.
Беренсенән, ниндәй генә дәрәжәгә өлгәшеп, бейеклеккә үрләһәң дә, булмышыңа ҡөҙрәт, йүнәлеш биреүсе юғары көс барлығын оноторға ярамай. Уның көсөнә ышанып йәшәргә кәрәк.
Икенсенән, яҙыр, һыҙыр алдынан ҡәләмде ослап, тигеҙләп ебәрһәң, матур яҙа башлай. Ослағанда, бәлки, ул ауыртыу тоялыр, әммә унан һуң тигеҙ, матур һыҙа. Тимәк, тормоштағы ауырлыҡтарға сыҙамлы булыу – алдағы маҡсатҡа ышаныслы аҙым яһарға өйрәтә.
Өсөнсөнән, ҡәләм менән һыҙыу, яҙыу эшен башҡарғанда, хаталы урындарҙы төҙәтергә, юйырға мөмкин. Ошонан сығып шуны иҫтә тоторға кәрәк: ваҡытында үҙеңдең хатаңды күрә белеү, иҫкәртеү – дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә өйрәтә.
Дүртенсенән, ҡәләмдең сифаты уның эсендәге грифы менән бәйле. Ул ни тиклем яҡшы булһа, яҙыу-һыҙыуҙы башҡарыу еңел була. Тимәк, күңел торошоноң бай, матур булыуы, тышҡы ҡиәфәт менән бер бөтөн булыуы мөһим.
Бишенсенән, ҡәләм менән һыҙғанда артынан яҙыу ҡала. Һин дә үҙеңдең башҡарған эштәрең, ҡылған ҡылыҡтарың менән тормошта эҙ ҡалдыраһың. Уның ниндәй булыуы фәҡәт һинән тора.
Күренекле башҡорт шағиры Ғариф Ғүмәрҙең шиғри юлдары бик урынлы яңғырай:
Һыҙ, ҡәләм, һыҙ һүҙҙәреңде,
Һыҙ ҙа маҡта ил улын!
Сис уға барлыҡ сереңде,
Гөл менән биҙәп юлын!
Яҙ, ҡәләм, яҙ юлдарыңды,
Аҡ ҡағыҙға тап яһа!
Тап түгел ул, кер түгел ул, –
Ил улын ул маҡтаһа.
Әминә Раҡаева әҙерләне.
Читайте нас: