Өфөлә оҫталар һәм һөнәрселәр проблематикаһына, халыҡ кәсептәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә арналған «Орнаментум» журналы сыға башлай. Был хаҡта кисә, 29 октябрҙә, «Орнамент» халыҡ художество кәсептәрен һаҡлау һәм үҫтереү автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы менән таныштырыу сараһында иғлан ителде. Һөнәрҙәр – мәҙәни мираҫтың мөһим милли өлөшө. Автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының бурысы – һөнәрселәрҙең ғаилә династиялары традицияларын тергеҙеү, йәштәрҙе халыҡтың башланғыстарына йәлеп итеү һәм хеҙмәт кешеһенә хөрмәт тәрбиәләү.
«Орнаментум» журналын сығарыу идеяһы күптән өлгөрөп еткән. Беҙ баҫманы мәғлүмәт таратыуҙан тыш, ә һәр уҡыусы өсөн файҙалы, ҡыҙыҡлы итеп төҙөнөк. Һөнәрсенең ғәҙәти көндәрен һәм байрамдарын, халыҡ башланғыстарына һәм традицияларына ихтирамлы мөнәсәбәтте, халыҡ кәсептәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү – яңы баҫманың мөһим бурыстарының береһе», — тип билдәләне журналды ойоштороусылар.
http://www.bashinform.ru/bash/1372567/