Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Октябрь 2019, 11:38

Өфөлә яңы художестволы гимнастика үҙәге асылды

Башҡортостандың баш ҡалаһында, Революция урамында, яңы художестволы гимнастика үҙәге асылды. Иркен спорт залы йәш тәрбиәләнеүселәр һәм уларҙың тренерҙары өсөн көнө буйына асыҡ була. Үҙәк республика һәм бөтә Рәсәй ярыштарын да ҡабул итергә әҙер.
Был үҙәктә шулай уҡ художестволы гимнастика буйынса Башҡортостан йыйылмаһы өсөн база булдырыу күҙаллана.
26 октябрҙә Рәсәйҙә художестволы гимнастика көнө билдәләнде.
Республикабыҙҙан иң билдәле гимнастка – Рәсәй спортсыһы, художестволы гимнастика буйынса атҡаҙанған спорт мастеры, Рәсәй, халыҡ-ара ярыштарҙа еңеүсе, команда иҫәбендә ике тапҡыр Европа чемпионы (2002, 2004), 2001/2002 йылдарҙа Донъя кубогы эйәһе, 2002 йылда Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе һәм Балтия илдәренең Үҫмерҙәр уйындары еңеүсеһе Ләйсән Үтәшева.
Бөгөн Ләйсән Үтәшева – телевидениела алып барыусы, спорт комментаторы һәм ике бала әсәһе.
http://www.bashinform.ru/bash/1372391/
Читайте нас: