Ике ҡатын-ҡыҙ ҡоҙоҡтан һыу алып торған. Улар эргәһенә өсөнсөһө килгән. Ҡоҙоҡ эргәһендә бер ҡарт бабай ултырған.
– Белһәгеҙсе минең улымды, – тип һүҙ башлаған бер ҡатын. – Ул шундай көслө, көрәш менән шөғөлләнә, уға тиң юҡ, – тигән.
– Ә минең улым шундай матур итеп йырлай. Уның моңо һандуғастай. Улым кеүек матур йырлаған кеше әйләнә тирәлә юҡ, – тигән икенсеһе.
– Ә һин ниңә үҙеңдең улың тураһында бер нимә лә әйтмәйһең? – тип һораған бабай өсөнсөһөнән.
– Нимә тип әйт әйтергә һуң? – тигән өсөнсө ҡатын. – Ул ябай ғына малай, башҡаларҙан бер нимә менән дә айырылмай.
Ҡатындар биҙрәләренә һыу тултырып ҡайтырға йүнәлгәндәр. Береһенең биле ауырта, икенсеһенең ҡулдары арый. Бер аҙҙан ял итеп алмаҡсы булалар.
Бер ваҡыт ҡаршыларына өс малай йүгереп килә икән. Береһе төрлө күнегеүҙәр яһай, баш түбән йөрөй, беләгендәге көсөн күрһәтә. Икенсеһе йырлай башлай. Ә өсөнсө малай әсәһе эргәһенә йүгереп килә һәм биҙрәләрен алып ҡайтырға юллана.
– Йә, бабай, ни әйтерһең уланбарыбыҙ тураһында? – тип һорайҙар ҡатындар
– Ҡайҙа һуң һеҙҙең улдарығыҙ? Мин бит бер генә ысын уланды күрҙем, – тип яуап биргән ҡарт.
Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, хөрмәтле дуҫтар?