Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ноябрь 2019, 17:21

Рух ныҡлығы биргән гимназия

Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатына – 75 йыл

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты республикабыҙ мәғарифына, мәҙәни тормошона сағыу өлөш индергән бай тарихлы уҡыу йорттарының береһе. Быйыл 75 йыллыҡ юбилейын ҡаршылаған абруйлы гимназия ошо йылдар эсендә 13 меңгә яҡын егет һәм ҡыҙға белем һәм тәрбиә биреп, ҡанаттарын нығытып, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫтырҙы. Улар араһында исемдәре Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй кимәлендә танылған арҙаҡлы шәхестәребеҙ – академиктар, профессорҙар, яҙыусылар һәм шағирҙар, сәнғәт оҫталары, ауыл хужалығы белгестәре, мәғариф, медицина хеҙмәткәрҙәре, журналистар, фән һәм дәүләт эшмәкәрҙәре, хәрбиҙәр бихисап. Юғары белем алып, төрлө өлкәләрҙә эшләгән заманса фекерле, тыуған иле һәм туған теле өсөн янып йәшәгән уҡыусыларыбыҙ – ул беҙҙең төп байлығыбыҙ һәм ғорурлығыбыҙ.
«Заман башҡа – заң башҡа», тиһәләр ҙә, мин, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты етәксеһе булараҡ, яуланған уңыштарға, электән йәшәп килгән иң яҡшы традицияларға таянып, башланған эштәрҙе намыҫлы дауам итергә, заман талаптарына ярашлы юғары һөҙөмтәләргә ирешергә тейешбеҙ, тигән фекерҙәмен. Башҡорт халҡының киләсәге – белемле, эшлекле йәштәр ҡулында. Бөгөн беҙҙең педагогик коллектив тап ошо маҡсаттарҙы күҙ уңында тотоп эшләй, уҡытыу-тәрбиә эшен юғары фәнни-методик кимәлдә алып бара.
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты – ысын мәғәнәһендә милли рухиәт һағында тороусы, илгә һәм республикаға квалификациялы кадрҙар әҙерләүсе мәғариф үҙәге ул. Уҡыу йортоноң уҡытыусылары һәм тәрбиәселәре яңынан-яңы заманса проекттар өҫтөндә эшләүҙе күҙаллай. Проекттар уҡыусыларҙы төрлө йүнәлештәр буйынса үҫтерергә мөмкинлек бирер, тип уйлайбыҙ. Республикабыҙҙың йөҙөн билдәләгән абруйлы етәкселәр, төрлө өлкәлә уңыштарға өлгәшкән шәхестәр, алдынғы ҡарашлы йәштәр менән фәһемле осрашыуҙар, өҫтәлмә дәрестәр, түңәрәктәр, секциялар эше уҡыусыларҙың мәҙәни, милли, рухи аң-кимәлен үҫтереүгә йүнәлтелә. Һәр ваҡыттағыса, киләсәктә тыуған республикабыҙ яҙмышын хәстәрләүсе, илһөйәр, телһөйәр яңы быуын уҡыусыларын тәрбиәләү төп маҡсатыбыҙ булып ҡала.
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының 75 йыллыҡ оло юбилейы айҡанлы педагогик коллективты, төрлө йылдарҙа эшләгән уҡытыусыларҙы һәм тәрбиәселәрҙе, мәғариф ветерандарын, элекке һәм хәҙерге уҡыусыларыбыҙҙы, ата-әсәләребеҙҙе ҡайнар ҡотлайым! Барығыҙға ла һаулыҡ, ижади уңыштар теләйем. Беҙҙең шанлы үткәнебеҙ, ышаныслы бөгөнгөбөҙ, өмөтлө киләсәгебеҙ бар. Халҡыбыҙҙың йөҙөк ҡашы булған уҡыу йорто артабан да милләтебеҙгә хеҙмәт итер, элекке традицияларҙы бөгөнгө табыштар менән байытыр, һәр өлкәлә яңынан-яңы үрҙәр яулар, тип ышанам.
И.Р. СӘЛИХОВ,
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты директоры вазифаһын башҡарыусы
Читайте нас: