Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ноябрь 2019, 17:05

Шағир васыятына тоғролоҡ

Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатына – 75 йыл

Һин, мәктәбем, минең күңелемдә
Һаҡланырһың ғүмер буйына.
Рәми Ғарипов
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов исемен йөрөткән, республикаға ғына түгел, Рәсәйгә күп күренекле шәхестәр биргән абруйлы уҡыу йорто быйыл үҙенең 75 йыллыҡ оло юбилейын билдәләй. Ошо оҙайлы дәүерҙә ул республикабыҙҙың район-ҡалаларынан килгән бихисап малай-ҡыҙҙарҙың тормошона дөрөҫ йүнәлеш, күңелдәренә рухи ныҡлыҡ бирә, хыялдарына ҡанат ҡуя, киләсәккә маҡсат билдәләй, ышаныслы дуҫтар табырға ярҙам итә.
Уҡыу йортоноң асылыу тарихы 1943 йылға – дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына барып тоташа. Ошо йылдың ноябрендә ВКБ(б)-ның Өлкә комитеты 5-се һанлы балалар йорто нигеҙендә 280 – 300 урынлыҡ интернат тибындағы башҡорт мәктәбен ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итә. Был документ башҡорт халҡы өсөн ҙур әһәмиәткә эйә була. 1944 йылда асылған 9-сы башҡорт республика мәктәбе заманында ауыр тормош һынауҙары алдында ҡалған, атайҙары һуғыш яландарында баш һалған етем балаларҙы үҙенә һыйындыра, киләсәктәрен хәстәрләүҙе үҙ өҫтөнә ала.
1956 йылда уҡыу йорто 1-се мәктәп-интернат тип үҙгәртелә. Үткән быуат аҙағында ул гимназия статусын ала, 1994 йылда иһә мәктәп-интернатҡа үҙенең уҡыусыһы, телһөйәр шағир Рәми Ғариповтың исеме бирелә. Гимназия меңдәрсә балаға төплө белем һәм тәрбиә биреп, оло тормош юлына оҙата, халҡыбыҙ өсөн милли кадрҙар әҙерләүсе белем усағына әйләнә. Уҡыу йорто, асылған көндән алып, ошо йүнәлештә эшләй, үҙенең бурысын намыҫ менән үтәй.
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты бөгөн республикалағы милли белем биреү системаһының үҫешен сағылдыра. Ул ҡанат ҡуйған ҡошсоҡтар ҡайҙа ғына эшләмәй, ниндәй генә дәрәжәләр яуламай! Шуныһы ҡыуаныслы, интернат уҡыусылары гимназияны тамамлағандан һуң да, аралашып йәшәй, бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙа. Гимназияны тамамлаусыларға шәхси һәм һөнәри үҫештә ярҙам итеү маҡсатында 1991 йылда “Беренсе” мәктәпте тамамлаусылар ассоциацияһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатындағы төбәк йәмәғәт ойошмаһы төҙөлә. Улар, гимназия советы менән берлектә эшләп, күп кенә проблемаларҙы хәл итеүҙә ҡатнаша. Шулай уҡ мәктәп тормошон ойоштороуҙа, тәртип һәм таҙалыҡ булдырыуҙа өлкән класс уҡыусыларының “Лидер” советы ҙур роль уйнай. Уларҙың тәҡдиме менән кластар араһында аҙна һайын уҡыу, тәртип, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыу буйынса ярыш үткәрелә һәм гимназия линейкаһында йомғаҡ яһалып, иң алдынғы кластар вымпел менән бүләкләнә. Ай һайын гимназияның “Иң яҡшы класы” һәм “Иң яҡшы уҡыусыһы” билдәләнә. Быйылғы уҡыу йылында гимназияның юбилейына ҡарата 1-се һәм 2-се сиректә “75 йыллыҡҡа – 75 “бишле” акцияһы иғлан ителде.
Әлеге ваҡытта гимназияла 675 уҡыусы уҡый. Шуларҙың 13-ө – күрше Силәбе, Ырымбур, Төмән өлкәләренән, Мәскәү, Сорғот ҡалаларынан килгән уҡыусылар ҙа бар. Уҡытыу-тәрбиә эштәре бөгөнгө заман талаптарынан сығып ойошторола. Мәҫәлән, юғары кластарҙа уҡыусылар үҙ теләктәре буйынса физика-математика, химия-биология, физика-химия, иҡтисад-гуманитар йүнәлештәрен һайлап, ошо фәндәрҙе тәрәнәйтеп өйрәнә. Бындай бүленеш үҙ һөҙөмтәләрен бирмәй ҡалмай, уҡыусыларҙың 97 проценты юғары уҡыу йорттарына уҡырға инә. Гимназияны тамамлаусылар айырыуса техник вуздарға өҫтөнлөк бирә. Рәсәйҙең киң билдәле юғары уҡыу йорттарында белем алыусы студенттар һаны йылдан-йыл арта бара. Быйыл гимназия-интернатты тамамлаған уҡыусыларҙан 5 кеше Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында уҡый.
Абруйлы уҡыу йортоноң электән һаҡланып килгән үҙ традициялары бар. Шуларҙың береһе – Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәми Ғарипов исемендәге гимназия премияһын тапшырыу. Мәртәбәле премия 1994 йылда булдырыла һәм шағирҙың ижадын өйрәнеүгә үҙ өлөшөн индергән, уның ижадын пропагандалаған, телгә һөйөү тәрбиәләгән, гимназия тормошонда әүҙем ҡатнашҡан уҡыусыларға, уҡытыусыларға, билдәле шәхестәргә тапшырыла. Республикабыҙҙың күп кенә күренекле шәхестәре, гимназия уҡыусылары был премияға лайыҡ булды. 2019 йылда Рәми Ғарипов исемендәге премия гимназияның яңы уҡыу корпусының төҙөлөшөн үҙ контроле аҫтында тотҡан, уҡыу йортоноң техник һәм материаль базаһын нығытыуға ҙур өлөш индергән Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа тапшырылды.
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты тағы ла бер легендар шәхестең исеме менән данлыҡлы. Салауат Юлаев ордены кавалеры, РСФСР һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, бокс буйынса СССР-ҙың спорт мастеры Рәүеф Ғәзиз улы Кәримовтың исеме республикала киң билдәле. Уның тәрбиәләнеүселәре республика, Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдә үткәрелгән чемпионаттарҙа, спартакиадаларҙа ҡатнашып, юғары һөҙөмтәләргә ирештеләр. Рәүеф Ғәзиз улы – гимназияла спортты үҫтереүгә ҙур өлөш индергән тренер, үҙенсәлекле методикаға эйә һәләтле педагог, ҡыҙыҡлы тормош юлы үткән шәхес ине. Гимназияла йыл да Р.Ғ. Кәримов иҫтәлегенә “Көҙгө кросс” үткәрелә.
Уҡыу йортонда спортҡа элек-электән ҙур иғтибар бирелә. 2015 йылда “Урал” хәйриә фонды ярҙамында замана шарттарына яуап биргән “Шоңҡар” спорткомплексы төҙөлдө. Уҡыусыларҙың күп өлөшө спортҡа йәлеп ителеп, уның төрлө төрҙәре – еңел атлетика, бокс, футбол, волейбол, баскетбол, саңғы, милли көрәш, шашка, шахмат менән шөғөлләнә һәм район, республика, Рәсәй кимәлендә үткәрелгән ярыштарҙа призлы урындар яулай.
Шулай уҡ гимназияла балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү маҡсатында төрлө йүнәлештәге түңәрәктәр ойошторолған. “Аҡйондоҙ” халыҡ бейеүҙәре, Әҙеһәм Исҡужин исемендәге ҡурайсылар ансамбле, “Аҡ ҡауырһын” әҙәби ижад түңәрәге, “Йәш журналистар”, “Таңсулпан” балалар драма түңәрәктәре уңышлы эшләй. 2011 йылда “Аҡмулла” ЮНЕСКО клубы ойошторола. Робототехника, авиамоделирование түңәрәге уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуын яулап алды. Улар, Рәсәй кимәлендә үткәрелгән төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урын яулап та өлгөрҙө. “Модалар театры” ҡыҙҙарҙы кейем тегеү, бәйләм серҙәренә өйрәтә. Гимназияның үҙ сайты булдырылған, “Интернатым – пар ҡанатым” баҫма гәзите сығарыла. Гәзиттә уҡыусылар гимназия яңылыҡтары, ҡаҙаныштары, уңыштары, үҙҙәрен борсоған проблемалар тураһында яҙа. “Ижади ҡумта” тип аталған биттә шиғри шәлкемдәр, нәҫер, хикәйәләр донъя күрә. Гәзит мәҡәләләре башҡорт, рус, инглиз телдәрендә сыға.
Уҡыусыларҙы фәнни-тикшеренеү эштәренә йәлеп итеү маҡсатында Бәләкәй фәндәр академияһы ойошторолған. Уҡыусылар тәбиғәт фәндәре, филология, математика һәм информатика, тыуған яҡты өйрәнеү, тарих йүнәлештәре буйынса төрлө эҙләнеү эштәре алып бара. 2002 йылдан алып уҡыу йортонда регион-ара “Рәми уҡыуҙары” конференцияһы үткәрелә, материалдарға таянып, йыйынтыҡ сығарыла бара. Уҡыусыларҙың эш һөҙөмтәләре ҡыуандыра. Һуңғы өс йылда математика, биология, химия, география, физика, информатика, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, тарих, рус әҙәбиәте буйынса үткәрелгән олимпиадаларҙың региональ этабында уҡыусыларҙан 3 еңеүсе, 25 призер булды. Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй кимәлендә үткәрелгән фәнни-ғәмәли конференцияларҙа – 148, “Яҙғы тамсылар”, “Башҡортостан ынйылары”, “Байыҡ”, “Еҙ үксә” ижади конкурстарында 67 дипломант билдәләнде. “Гәлсәр” хор һәм “Аҡйондоҙ” халыҡ бейеүҙәре ансамбле халыҡ-ара конкурстарҙа уңышлы сығыш яһап, төрлө кимәлдәге лауреат исемдәренә лайыҡ булды.
Гимназияла шулай уҡ рухи-патриотик тәрбиәгә ныҡлы иғтибар бирелә. Гимназистар йыл һайын ҙур теләк менән Еңеү көнөндә үткәрелгән “Үлемһеҙ полк” акцияһында ҡатнашалар. Үткән йылдарҙа акцияға 400 – 500 кеше сыҡһа, быйыл уларҙың һаны 600-гә етте. Шулай уҡ тәрбиәнең был йүнәлешендә уҡытыусылар, уҡыусылар тырышлығы менән булдырылған тарихи-этнографик музей ҙур роль уйнай. 1977 йылда география уҡытыусыһы З.В. Хисмәтуллина етәкселегендә үҙ эшен башлаған музейҙың экспозицияһы Башҡортостандың этнография һәм археологияһына, тарихына, Бөйөк Ватан һуғышына, гимназияны тамамлаған күренекле шәхестәргә арналған бүлектәрҙән тора. Музейҙың почетлы ҡунаҡтары араһында Н.И. Ельцина, Л.Т. Рәхимова, Башҡортостан Республикаһының тәүге Президенты М.Ғ. Рәхимов, Башҡортостандың халыҡ шағиры М. Кәримдең исемдәре бар. Музейға Өфө ҡалаһының почетлы гражданины, БАССР-ҙың, РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы Зөмәрә Вәли ҡыҙы Хисмәтуллинаның исеме бирелде.
Гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте, мәҙәниәте кабинеттары кабинет-музей тибында йыһазландырылып, уларға Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Рәми Ғарипов, Мостай Кәрим, мәктәп-интернаттың тәүге уҡыусыларының береһе, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйенов, профессор Әнүәр Әсфәндиәров исемдәре бирелде. Был уҡыу кабинеттарында күренекле шәхестәрҙең ижади, фәнни һәм тормош юлын сағылдырған стендттар, шәхси әйберҙәре тупланған.
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернат уҡытыусылары һәр саҡ ижади эҙләнеү өҫтөндә, улар үҙҙәренең педагогик оҫталыҡтарын күтәреү, камиллаштырыу, тәжрибәләре менән уртаҡлашыу маҡсатында төрлө һөнәри конкурстарҙа ҡатнашалар. Педагогтарҙың шәхси еңеүҙәре һөнәри оҫталыҡтың үҫеш кимәлен, гимназиялағы уҡыу-уҡытыу системаһының юғары кимәлдә булыуын күрһәтә. “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә “Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары” һәм “Иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусылары” республика конкурсында 20 уҡытыусы еңеү яуланы. 2019 йылда гимназия “Башҡортостандың 30-ТОП дөйөм белем биреү ойошмалары” иҫәбенә инде.
75 йыллыҡ тарихи юл үткән абруйлы уҡыу йорто киләсәктә лә “Бәләкәй Башҡортостан” исеме аҫтында йәшәр, милли кадрҙар әҙерләү эшен дауам итер, илем, телем, халҡым, тип йәшәгән халыҡ шағиры Рәми Ғарипов васыятына тоғро ҡалыр.
Л.И. ӘМИНЕВА,
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Читайте нас: