Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты, башҡорт ижади зыялыларын тәрбиәләү үҙәге булараҡ, Башҡортостан Республикаһының мәғариф системаһында мөһим урын биләй. Гимназия-интернат төрлө үҫеш этаптарын үтеп, республиканың ижади һәм интеллектуаль потенциалын үҫтереүгә ҙур өлөш индереп, 75-се юбилейына килеп етте. Данлыҡлы белем усағы Башҡорт хөкүмәтенең, киң йәмәғәтселектең үҙенә һалған өмөттәрен тулыһынса аҡланы.
Һүҙ республикабыҙ мәғарифы өлкәһендә үҙенең изге традициялары һәм уҡыусылары менән данлыҡлы белем усағының тәүге директоры Фәхри Фәтих улы Солтанов хаҡында. Буласаҡ педагог 1903 йылда Учалы районының Ҡотой ауылында мулла ғаиләһендә донъяға килә. 1917 йылда атаһы, Фәтих Хәсән улы, үҙенең өйөндә ауыл халҡын уҡыта башлай. Башланғыс белемде Фәхри Фәтих улы атаһының мәҙрәсәһендә ала.
1919 йылда Фәхри Фәтих улы тәүгеләрҙән булып комсомолға инә һәм ячейка секретары итеп һайлана. 1926 – 1929 йылдарҙа балаларға белем бирә. 1929 йылда Ҡотой ауылында Исмәғил Хөсәйен улы Солтанов исемендәге мәктәп асыла, ошо мәктәптә Фәхри Фәтих улы, балалар менән бер рәттән, ололарға ла белем бирә. 1936 йылда К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының (хәҙерге М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты) химия-биология факультетына уҡырға инә.
Йәш республикабыҙ тәүге иҡтисади аҙымдарын яһай башлауына ҡарамаҫтан, мәғариф мәсьәләләре көн үҙәгенә ҡуйыла. Өфөлә өлкә башҡорт мәктәбен асыу – шуның асыҡ дәлиле.
В.И. Ленин исемен йөрөткән мәктәптең йыһазландырылған кабинеттары, бай китапханаһы, оҫтаханалары, шулай уҡ 200 балаға иҫәпләнгән интернаты була. Унда башлыса башҡорт райондарынан килгән балалар белем ала. 5 йыл эсендә мәктәпте 150 уҡыусы тамамлай. Уларҙың барыһы ла юғары уҡыу йорттарында уҡыуын дауам итә. 1933 йылда мәктәп бинаһы яңы асылған ауыл хужалығы институтына бирелә. Шулай В.И. Ленин исемендәге республика башҡорт мәктәбе ябыла, аҙаҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһына күсерелә. Башҡортостандың баш ҡалаһында башҡорт балаларын уҡытыу өсөн 17-се мәктәптә бер класс ҡына ҡала.
БАССР Мәғариф халыҡ комиссары Ғ.Ә. Дәүләтшин Өфөлә башҡорт балалары өсөн мәктәп ойоштороуҙы юллай башлай. Ҡаршылыҡтар етерлек була. Шундай шарттарҙа, 1937 йылдың 1 сентябрендә 9-сы һанлы Өфө башҡорт мәктәбе 155 уҡыусыға үҙ ишектәрен аса. Уға шулай уҡ 17-се мәктәптә уҡып йөрөүсе 5-се балалар йорто тәрбиәләнеүселәре күсерелә. Мәктәптең статусы В.И. Ленин исемендәге республика башҡорт мәктәбенә ҡарағанда түбәнерәк була, ул С. Зенцов урамындағы ике ҡатлы 49-сы йорттоң бер өлөшөн генә биләй. Директор итеп Фәхри Солтанов, уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары итеп Мәхмүзә Мөхәмәҙиева тәғәйенләнә. Ойоштороу осорона хас булған ауырлыҡтарҙан шунан күҙалларға мөмкин: бер йыл эсендә 12 уҡытыусының 7-һе эштән китә. Уҡыусылар йыйыу, уҡытыусылар табыу яңы асылған мәктәп өсөн иң ауыр мәсьәлә булып тора. Шулай уҡ бүлмәләрҙең һәм дәреслектәрҙең етешмәүе, китапхананың булмауы уҡытыу-тәрбиә эшендә ҡатмарлыҡтар тыуҙыра.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, мәктәп директоры Ф.Ф. Солтанов һуғыштың тәүге айҙарынан уҡ фронтҡа китә. 1944 йылда, ҡаты яраланып ҡайтыуына ҡарамаҫтан, ул директор вазифаһын башҡарыуҙы дауам итә. 1946 йылда башҡорт мәктәбен ойоштороуға күп көс һалған, балаларға белем биреүҙе мөҡәддәс бурысы тип һанаған педагогты эшенән бушаталар. Быға сәбәп булып уның ике туған ағаһы, халыҡ дошманы мөһөрө тағылған Исмәғил Хөсәйен улы Солтановтың эшмәкәрлеге тора. Әхмәтзәки Вәлидиҙең арҡаҙашы һәм халыҡ дошманының туғаны балаларға белем бирергә хоҡуҡһыҙ тип белдерелә.
Мәктәптәге эшенән ситләтелгән педагог Йәш натуралистар станцияһын аса. 1949 йылдың октябренән алып 1953 йылдың сентябренә тиклем Фәхри Фәтих улы Дәүләкән ауылының 3-сө башҡорт мәктәбендә директор вазифаһын башҡара, химия һәм биология фәндәренән белем бирә. 1953 йылда ул Өфөгә күсеп килә һәм Башҡортостан уҡытыусыларының белемен камиллаштырыу институтында биология фәненән методист булып хеҙмәт юлын дауам итә.
Ф.Ф. Солтанов тормош иптәше Хәмдиә Минһажетдин ҡыҙы менән 9-сы һанлы Өфө башҡорт мәктәбенә эшкә килгәс танышалар һәм ғаилә ҡоралар. Ҡатынының Земфира исемле ҡыҙын Фәхри Фәтих улы үҙ балаһылай яҡын күрә. Ләкин Земфира ауырып, йәшләй генә мәрхүм була. 1946 йылда Солтановтар ғаиләһендә Венера исемле икенсе ҡыҙы (әлеге көндә Өфөләге 5-се поликлиникала терапевт булып эшләй.), 1954 йылда Эльвира тыуа.
Республикабыҙҙа һәм илебеҙҙә танылыу алған шәхестәр тәрбиәләгән гимназиябыҙҙың бөгөнгө ҡаҙаныштарында уҡыу йорто асылғандан алып бында хеҙмәт иткән һәр уҡытыусының һәм тәрбиәсенең өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Заманының ифрат ҡаршылыҡлы шарттарына ҡарамай, үҙ һөнәренә тоғро ҡалған һәм мәғариф үҫешенә тос өлөш индергән Фәхри Фәтих улы Солтановтың исеме гимназия тарихында айырым урын биләй.
Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының VIII класс уҡыусыһы
(Етәксеһе – Р.Х. ХИЛАЖЕВА, Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының ЮНЕСКО проекттары координаторы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы)