Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь 2019, 17:28

Иң ҡәҙерле кешем...

Һәр сабый өсөн иң яҡыны, иң ҡәҙерлеһе уны донъяға тыуҙырған, яратып тәрбиәләгән әсәһе. Ейәнсура районы Иҫәнғол 1-се мәктәбенең II класс уҡыусыһы АЙРАТ АБДУЛЛИН яҙған иншалағы һүҙҙәр барлыҡ әсәләрҙе һүрәтләй...
ИҢ ҠӘҘЕРЛЕ КЕШЕМ
Минең әсәйемдең исеме – Зөлфирә. Ул 1-се мәктәптә уҡытыусы булып эшләй. Минең өләсәйем менән ҡәрсәйем дә уҡытыусы булғандар. Өләсәйем Әнзинә Фәттәх ҡыҙы – башланғыс кластар, ә ҡәрсәйем Шәүрә Хөснитдин ҡыҙы рус теле уҡытыусылары булып эшләгәндәр.
Әсәйем беҙгә тәмле аштар бешерә, мәктәпкә оҙата. Төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша, матур итеп йырлай. Беҙ бергәләшеп, кроссворд, сканворд сисәбеҙ, шашка, шахмат уйнайбыҙ. Бигерәк күңелле була. Мин әсәйемде яратам!
Читайте нас: