Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ноябрь 2019, 13:48

Ғәфү ит, улым!

2019 йыл – Театр йылы
Ғәфү ит, улым!
Ҡатнашалар:
Андрей Иванов – балалар йорто тәрбиәләнеүсеһе, дәрестәр ҡалдырып йөрөүсе IX класс уҡыусыһы.
Ярослав – балалар йорто тәрбиәләнеүсеһе, дәрестәр ҡалдырып йөрөүсе IX класс уҡыусыһы.
Леня
– үҙенән өлкәнерәк тәрбиәләнеүселәргә ҡуштанланып йөрөүсе VII класс уҡыусыһы.
Берәҙәк – Андрей Ивановтың атаһы.
Тәфтишсе
– үҫмерҙәрҙең ҡырын эшен тикшереүсе полиция хеҙмәткәре.
I күренеш
Күңелле замана музыкаһы яңғырай. Яйлап ҡына сәхнә асыла. Сәхнәгә балалар йорто тәрбиәләнеүселәре Андрей, Ярослав, Леня сыға. Андрей гитарала уйнай, башҡалар ҡушылып йырлай. Леня тәмәке тарта, төпсөгөн Ярославҡа бирә. Эскәмйәгә килеп ҡунаҡлайҙар. Уларҙан алыҫ түгел хәйер һорашып, берәҙәк ултыра.
Андрей. Егеттәр, тартырға бармы?
Леня. Һуңғыһын мин Ярикка бирҙем.
Андрей. Улай булғас, әйҙә – насвай.
Ярослав. Насвай ҙа бөттө.
Андрей. Ну, егеттәр, хәлдәр мөшкөл. Тәмәке тартырға һәм насвайға ҡайҙан, нисек аҡса табырға? Әйҙәгеҙ әле, уйлағыҙ, башығыҙҙы эшләтегеҙ! Аҡса, аҡса, аҡсааа...
Леня. Әәәә, әйҙәгеҙ кире мәктәпкә барайыҡ, унда берәй нимә “һуғырбыҙ” һәм аҙаҡтан “осорорбоҙ”. Бына һиңә аҡса!
Ярослав. Үҙең бар, беҙ бында ла берәй яйын табырбыҙ, ә мәктәпкә кире бармайбыҙ. Ана тегендә, магазин эргәһендә, торған берәҙәкте күрәһегеҙме? Шунда көн һайын аҡса теләнселәп тора ул. Леня, бар әле, йүгереп барып ҡарап кил, фуражкаһына аҡса йыйылғанмы икән? Булһа, сәлдер барлыҡ аҡсаларын!
Леня китә һәм берәҙәктең эргәһенә килеп тора. Ян-яғына алан-йолан ҡаранып ала ла, тиҙ генә аҡсаларҙы эләктереп, егеттәр эргәһенә йүгерә.
Берәҙәк. Тотоғоҙ, тотоғоҙ бурҙы! Ярҙам итегеҙ! Аҡсаларым...
Берәҙәк ҡысҡырып ярҙам һорап, аҡһай-аҡһай Леня артынан йүгерә. Абынып йығыла һәм ятып ҡала.
Шаршау ябыла.
II күренеш.
Шул уҡ сәхнә һәм шул уҡ өс тәрбиәләнеүсе йырлашып килеп, эскәмйәгә ултыра.
Андрей. Леня, баяғы һин килтергән аҡсалар тәмәкегә генә етте. Уларын тартып та бөттөк. Яңынан аҡса табырға кәрәк. Бар әле, йүгереп кенә тағы ла берәҙәгеңдең “хәлен белеп” кил (зәһәр йылмая). Һиҙәм, ул байтаҡ ҡына сумма йыйған булырға тейеш. Хәҙер үк һыпырт, аҡса алып кил, ә аҙаҡтан насвай артынан йүгерерһең.
Леня берәҙәктең эргәһенә килә, үҙен таныттырмаҫҡа була, башына кепка, өҫтөнә икенсе футболка кейгән. Һаҡ ҡына килеп, башта берәҙәккә, шунан үрелеп, фуражкаға ҡарай. Фуражканың эсендә аҡса юҡлығын күргәс, кире иптәштәренең эргәһенә килә.
Леня. Ээээх! Юл уңманы, егеттәр. Фуражканың эсендә бер тин дә юҡ, кеҫәһенә йәшергәндер ул. Теге юлы уҡылды бит.
Андрей. Аҡсаһын тартып алырға тура килә инде берәҙәктең, бүтәнсә юл юҡ. Былай ғына бирмәйәсәк ул. Мин башлайым! Һеҙ минең арттан! Бөтәбеҙ бер булып һөжүм итәбеҙ. Ауыҙ асып, аптырап ҡарап тормағыҙ!
Хәүефле музыка уйнай. Егеттәр күмәкләшеп берәҙәк эргәһенә барып, аҡса таптыра башлай.
Берәҙәк. Егеттәр, юҡ, минең аҡсам, юҡ! Һеҙҙән алда ғына килеп, булған аҡсамды тартып алып киттеләр. Бәйләнмәгеҙ миңә бушҡа. (Йәштәр уның ялбарыуына ҡолаҡ та һалмай. Ирҙең кеҫәләрен әйләндереп ҡарай башлай.) Ҡарауыыыыыл, талайҙааар, ярҙам итегееееҙ!
Берәҙәк ҡысҡыра, тартҡылаша. Үҫмерҙәр уны туҡмай. Йығылып киткәс, типкесләй башлай. Аҡсаһын тартып алып, йүгереп сығып китәләр. Берәҙәк ерҙә тәгәрәп ятып ҡала.
Сәхнә ябыла.
III күренеш.
Полиция бүлегендә үҫмерҙәрҙән һорау алыу бара. Сәхнәнең уртаһындағы өҫтәл башында тәфтишсе, уң яҡта берәҙәк, ә һул яҡта тотолған йәштәр ултыра.
Тәфтишсе. Кеше туҡмауҙа ҡатнашыусы ҡулға алыныусылар, үҙегеҙҙең исем-фамилияларығыҙҙы әйтегеҙ (яҙа).
Андрей. Иванов Андрей.
Ярослав. Ковалев Ярослав.
Леня. Машков Леонид.
Тәфтишсе. Арағыҙҙан кемегеҙ беренсе булып зыян күреүсе Тихонов Виталий Александровичты туҡмай башланы (береһе лә өндәшмәй)?
Тәфтишсе. Ни өсөн өндәшмәйһегеҙ? Дөрөҫөн һөйләп бирһәгеҙ үҙегеҙ өсөн дә, беҙҙең өсөн дә яҡшы буласаҡ.
Тәфтишсе. Бына һеҙ (Андрейға күрһәтеп), атайығыҙҙың исемен һәм ҡасан тыуғанлығығыҙҙы әйтегеҙ.
Андрей. Иванов Андрей Виталий улы, 2003 йылда тыуғанмын.
Берәҙәк яйлап ҡына башын күтәрә һәм ентекле итеп, оҙаҡ ҡына Андрейға ҡарап тора.
Берәҙәк (ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына). Ә һинең әсәйеңдең исеме кем? Оксана түгелме?
Андрей (уға өҫтән ҡарап, һауалы ғына). Эйе, Оксана, ә һинең ни эшең бар?
Берәҙәк (яйлап ҡына ҡалҡына, Артемға табан бер-ике аҙым атлай һәм ҡалтыранған тауыш менән). Андрей, улым, был мин – һинең атайың, Виталий Алексендрович, хәтерләмәйһеңме мине? Әлбиттә, юҡтыр (ҡулын һелтәй), мин һеҙҙе ташлап сығып киткән саҡта һин бәләкәй инең.
Барыһы ла тынып ҡалып, был икәүгә текәлә.
Берәҙәк.
Улым, ҡасандыр минең бөтә нәмәм: һаулығым да, матурлығым да, көсөм дә бар ине. Иң ҙур бәхетем иһә – яратҡан кәләшем менән улым ине. Тормош юлынан түбән тәгәрәй торғас, быларҙың барыһын да юғалттым мин. Үҙемдең ошо ҡояштай бәхетемде һаҡлай алманым, башта араҡыға, ә аҙаҡ наркотиктарға бәйләндем.
Бөтәһен дә юғалттым мин, улым, бөтәһен дә, ә иң аянысы, мин үҙемде юғалттым (йоҙроҡтары менән күкрәгенә һуға). Ғәфү ит мине, улым! Кисер, булдыра алһаң!
Үтенеп һорайым! Ялбарам һиңә! Минең хаталарҙы ҡабатлама! Һин бәхетле булырға тейешһең, был тормошта үҙеңдең юлыңды, дөрөҫ юлды табырға тейешһең. Үтенеп һорайым, яңылышма!
Ғәфү ит мине, улым, хаталарым өсөн! Һине тәрбиәләп үҫтерә алмағаным өсөн. Ғәфү ит! (Йөҙөн ҡулдары менән ҡаплап илай.)
Сәхнә ябыла.
Ә.М. ФӘРРӘХОВА, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, педагогик хеҙмәт ветераны
Читайте нас: