Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ноябрь 2019, 16:12

Донъя миңә гел йылмайып баҡты…

ХХ быуаттың 60-сы йылдарында 18 йәшлек Рәшит Назаров «Йөрәк» исемле шиғыры менән шиғриәт һөйөүселәрҙе таң ҡалдырҙы. Ғөмүмән, Р. Назаров ижады, бик күптәр дөрөҫ билдәләүенсә, башҡорт әҙәбиәте күгендә сағыу бер йондоҙ булып балҡыны. Ваҡыт үтеү менән ул тағы ла нығыраҡ яҡтыра, нурын сәсә. Бөгөн дә шағир ижады үҙенең серлелеге, образлылығы, тәрән йөкмәткелеге менән үҙенә тарта, яңынан-яңы уҡыусыларҙы йәлеп итә. Р. Назаровтың шиғырын бер тапҡыр уҡып ҡараған кеше артабан ғүмер буйы уның ижадынан айырылмай.
Рәшит Назаровтың талантлы ижады, яҙмышы тураһында М. Кәрим, Р. Ғарипов, Н. Нәжми, Ғ. Хөсәйенов, Р. Бикбаев, Ф. Нәҙершина кеүек бик күп билдәле әҙиптәр, ғалимдар үҙ һүҙен әйтте. Тележурналист Г. Батталова йөкмәткеле документаль фильмдар төшөрҙө. Шағир ижадын тулыһынса уҡыусыға еткереүҙә, системаға һалыуҙа, һис шикһеҙ, Риф Мифтаховтың хеҙмәте ҙур булды. Һуңғы йылдарҙа уның редакторлығында донъя күргән ике томлыҡ әҫәрҙәр йыйынтығы шағирҙың ижадын бер бөтөн итеп күҙ алдына баҫтырырға мөмкинлек бирә.
ХХ быуаттың 60-сы йылдары, ысын мәғәнәһендә, башҡорт әҙәбиәтенең «алтын быуаты»на әүерелде. Башҡорт шиғриәтенең корифейҙары булып танылған М. Кәрим, Н. Нәжми, Р. Ғарипов, Р. Сафин кеүек шағирҙар араһында Р. Назаров үҙ тауышы, үҙ стиле менән айырылып күренде, күптәр билдәләгәнсә, шиғриәт аренаһына атылып килеп инде.
Шағирҙың ижады үҙенсәлекле йөкмәткеһе, жанр-стиль төрлөлөгө, структура һәм форма байлығы менән айырылып тора. Башланғыс осор ижадында сатирик, юмористик шиғырҙар йышыраҡ осрай, уларҙа бөйөк башҡорт шағиры Ш. Бабич традицияларын күрмәү мөмкин түгел. «Председатель», «Баҫалҡы ғәйбәтсе», «Портфель эсендәге түрә», «Маҡтансыҡ» кеүек әҫәрҙәрендә кешеләрҙең төрлө насар ҡылыҡтары, ике йөҙлөлөк, кире холоҡ-фиғелдәр фашлана. Һүҙҙәр каламбуры, рифмаларҙы айырым юлға сығарыу әҫәргә көтөлмәгәнлек эффектын өҫтәй:
Сабирйән ни көлә генә
Мыйығын сәйнәп:
«Аҫтыртын оса ғәйбәт –
Һәйбәт».
Сатирик шиғырҙарында персонаждар йыш ҡына исемдәре менән бирелә, был алым үҙе үк каламбурлы рифмаға, сюжеттың үҙенсәлекле яңғырауына килтерә:
О, Фәнәғәт –
Ҡәнәғәт,
Күбә төбө – күләгәлә
Йоҡлай ғына, ғәләмәт!
Был шиғырҙарҙың барыһында ла йәш авторҙың лирик геройы йәмғиәттәге етешһеҙлектәргә тәнҡит күҙлегенән ҡарай, әммә ул әҫәрҙә туранан-тура сағылмай, һығымта уҡыусы хөкөмөнә ҡалдырыла.
Тормоштағы, йәмғиәт аңындағы, заман фәлсәфәһендәге үҙгәрештәр, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙең үҙенсәлектәре шиғриәттә, беренсе сиратта, лирик герой образында сағылыш таба. Шағирҙың ижад һәм тормош фәлсәфәһен, тирә-йүнгә мөнәсәбәтен аңлар өсөн уның әҫәрҙәренең лирик геройын ҡарап үтергә кәрәк. Шул ваҡытта лирик герой биографияһында конкрет авторҙың тормошҡа үҙ фекере генә түгел, ә тотош бер быуындың ҡараштары, замандың фәлсәфәһе, кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәре лә сағыла.
Рәшит Назаров шиғриәтенең лирик геройы, ғөмүмән, донъяға үҙенсәлекле ҡарашлы, тормошҡа күңеле, йөрәге асыҡ шәхес. Ул йыһан киңлектәре менән фекер йөрөтә, ул үҙе бер микрокосмос. Бына уға ай һүҙ ҡуша:
Ҡолаҡлы ай, ниҙер һорағандай,
Ҡалтыранып миңә эйелде.
Бына ул ер күсәренә әйләнгәндәй:
Ер шарының баҫтым да ҡап уртаһына,
Дүрт офоҡҡа ҡараным мин…
Икенсе ваҡытта инде күккә атылған йөрәге йондоҙға әүерелә һәм гармония таба. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, шағирҙың лирик геройы күктә осоусы, буш хыялдар менән мауығыусы кеше түгел. Бер шиғырында асыҡ әйтелгәнсә:
Күкрәгемдә, имеш, күк, йондоҙҙар,
Үҙһендермәй, имеш, ер заты…
Тупраҡ ашап үҫкән мәлдәреңде
Оноттоңмо, йырсы йораты?!
(«Бер йыһан йырсыһына»)
Ярты быуат элек яҙылған Д. Юлтыйҙың «Күк шағирына» шиғырына ауаздаш мөрәжәғәттә автор ижадсыны ерҙән, ысын тормоштан айырылмаҫҡа саҡыра һәм үҙе лә ошо принципҡа тоғро ҡала. Уның лирик геройы ай, йондоҙҙар менән нисек кенә бер ҡатарҙан аралашмаһын, йыһан киңлектәрен уйҙары менән гиҙмәһен, барыбер тыуған ере, туған халҡы менән тығыҙ бәйләнештә ҡала. Был осраҡта «Таң ҡаршылау» шиғыры иҫкә төшә:
…Башҡорт тупрағына үрә баҫып
Таң күтәрҙе минең Уралым…
Башҡорт халҡына борондан тыуған төйәк булған «сал Урал» был осраҡта лирик герой өсөн «минең Уралым» төҫөн ала. Был юлдарҙа атай менән улдарса яҡынлыҡ та, ғорурлыҡ та, бөйөклөк тә яңғырай.
Икенсе бер шиғырында лирик геройҙың донъяны, тормошто бар матурлығында һәм яҡтылығында ҡабул итеүе асыҡ күренә:
…Донъя миңә гел йылмайып баҡты, –
Хәтер илен йөҙ ҡат урайым.
Тик барыбер осратманым уның
Болот баҫҡан һытыҡ сырайын.
Уның күңеле тирә-яҡҡа асыҡ, донъяға ҡарашы яҡты, тормош позицияһы ыңғай. Шуға ла:
Мин бәхетле булдым,
Сөнки донъя
Ҡараманы һытып сырайын, –
тигән юлдар уҡыусыны һис шикләндермәй. Рәшит Назаровтың таланты, уҡыусыларҙы ғашиҡ итеүсе ижад көсө, бәлки, тап уның лирик геройының тормош фәлсәфәһе, донъяға ҡарашы, йәшәүгә мөнәсәбәтендәлер. Лирик герой:
Ҡараштарым ҡайҙа уҡталһа ла,
Тайпылһа ла ҡайҙа хистәрем, –
Мин ҡояшты күрҙем,
Көндөҙ күрҙем,
Таңын күрҙем уны, кистәрен, –
тип әйтә икән, тимәк, ул кешеләргә бәхет серен аса, ҡояш нурҙарын, йәшәү йәмен өләшә.
Йыш ҡына шағир ижады йыһан, ғәләм мотивтарынан ғына, дөйөм кешелеккә хас философик һорауҙарҙан ғына тора тип күнегелгән. Ысынында, автор тыуған ер, айырыуса тыуған ауылы, Өршәге биҙәктәрен бик нескә тоя, бәләкәй генә деталь, образдар аша тәрән йөкмәткене аса. Туған халҡының яҙмышын, тарихын да лирик герой үҙ йөрәге аша үткәрә:
Талдарына уралып аһ-зар ятҡан,
Имер өсөн зифа буйыңды.
Күҙ йәштәре беҙҙең олатайҙарҙың
Татырлаған һинең һыуыңды. («Өршәгемә»)
Авторҙың уҡыусы менән ниндәй мөнәсәбәттә булыуын, ни рәүешле диалог ҡорорға ынтылыуын әҫәрҙә адресатҡа нисек йәки кем тип мөрәжәғәт ителеүенән, лирик геройҙың өндәшеү стиленән, манераһынан күреп була. Р. Назаров шиғырҙарында «дуҫым» тибындағы өндәшеүҙәр йыш ҡабатлана: «Ауыр, тиһең, тормош… Дуҫым минең! Кем ышанмаҫ һинең көсөңә?», «Дуҫым! Бөртөгөн ҡалдырмай Һинең йөрәккә бирәм», «Тәүге йырҙы күптән, күптән яҙҙым, Һуңғыһына әле йыраҡ, дуҫым» һ.б. Был, моғайын да, шағирҙың, йәғни, лирик геройҙың уҡыусыға ҡарата киң күңеллегенән, эскерһеҙлегенән, бар донъяны дуҫ итеп ҡабул итеүенән, кешеләр, тәбиғәт, ғаләм менән рухи бәйләнеште, берҙәмлекте, бер бөтөнлөктө тойоуҙан киләлер. «Дуҫым» тип өндәшеү билдәле бер яҡынлыҡты, йылы мөнәсәбәттәрҙе, уртаҡ уй-фекерҙең булыуын күҙ уңында тота, тормошта һәр кешегә был рәүешле мөрәжәғәт итеү ҡабул ителмәгән һәм мөмкин дә түгел. Әммә лирик герой үҙенең адресаты менән, уҡыусыһы менән дуҫтарса мөнәсәбәт булдырырға теләй. Автор дуҫ-уҡыусыны махсус рәүештә үҙенең хис-тойғоларына, уй-фекерҙәренә индерергә, уның менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеү алып барырға тырыша. Был да шағир ижадын үҙенсәлекле яҡтан ҡылыҡһырлай. Әйтерһең дә, шағир йөрәгенә бар ғаләм, бар донъя, барлыҡ кешеләр һыйған:
Их, йөрәкте усҡа һалаһы ла
Наҙлап ҡына үбеп алаһы.
Уға һыя бөтә тыуған яғым,
Урал буйы, сәхрә далаһы, –
Йөрәгем – шул һөйөү алмаһы.
А.Ф. ҮТӘЕВ, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы доценты, филология фәндәре кандидаты.
Читайте нас: