Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Декабрь 2019, 18:10

Туған тел уҡытыусылары осрашты

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтында башҡорт, туған тел булараҡ рус һәм башҡа туған тел уҡытыусылары ассоциацияһы башҡарма комитетының ултырышы булып үтте. Сарала ассоциацияның етәксеһе, Ишембай ҡалаһы Ә. Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусыһы Р.Р. Әйүпов, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы Милли мәғариф идаралығының милли мәғариф бүлеге начальнигы Р.Р. Сафиуллина, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының мәғариф, фән һәм башҡорт телен үҫтереү комиссияһы кураторы С.Б. Баязитов, Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге директоры Ә.В. Әбделмәнова, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире С.Ғ. Кәримов, Силәбе өлкәһе Сыбаркүл районының Ҡоротан мәктәбе директоры, өлкәнең башҡорт теле уҡытыусылары ассоциаияһы ағзаһы М.С. Йомашев, юғары уҡыу йорттары, колледж уҡытыусылары, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты белгестәре, республиканың ҡала һәм райондарынан килгән туған тел уҡытыусылары ҡатнашты.
Туған тел уҡытыусыларының ассоциацияһы республикала юридик ойошма итеп 2019 йылдың апрель айында теркәлде. Ул туған тел уҡытыусыларын туплаусы, кәрәкле йүнәлеш биреүсе, ярҙам итеүсе, яҡлаусы ойошма булараҡ, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы, Башҡорт телен үҫтереү фонды менән берлектә эшләйәсәк. Бөгөн туған тел уҡытыусыларын ассоциацияның Уставы, эш принциптары менән таныштырыу бурысы тора.
Сығыш яһаусылар был ойошманың барлыҡҡа килеүен ыңғай күренеш булараҡ баһаланы, башҡарылған эштәргә байҡау яһаны. Ултырыш аҙағында ассоциацияның 2020 йылға эш планын төҙөү өсөн проектлау ойошторолдо, башҡарма комитетҡа яңы ағзалар ҡабул ителде.
Г.Ф. Шаһиева, бүлек мөхәррире.
Читайте нас: