Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Декабрь 2019, 15:00

Тыуған көнөң ҡотло булһын, Вячеслав!

Ырымбур егете, башҡорт телен үҙаллы өйрәнеп, уны М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университетында уҡыған йылдарында камиллаштырған, аҡыллы, тырыш, талантлы Вячеслав Валентин улы Черневтың тыуған көнө бөгөн.
Вячеславты Башҡортостанда «Мин башҡорт телен өйрәнәм» программаһы аша яҡшы беләләр. Ул телде өйрәнеп, өйрәтеп кенә ҡалмай, туған телде белеүҙең мөһимлеген һәр башҡорттоң күңеленә һеңдерергә ынтыла, Башҡортостандағы мөһим йәмғиәт сараларында ла ихлас ҡатнаша.
Бөгөн Вячеслав Чернев Варшава университетының шәрҡиәт факультеты PhD-докторанты, Ҡаҙағстан Республикаһы Фәндәр Академияһының Әхмәт Байторһонулы исемендәге Тел белеме институтының Европа Берләшмәһендәге вәкиле.
Башҡорт тел ғилеме буйынса етди эҙләнеүҙәр алып барған ынтылышлы егетебеҙҙе тыуған көнө менән ҡотлап, һаулыҡ, матур киләсәк, фәнни ҡаҙаныштар теләйбеҙ! Туған телебеҙҙе яратып өйрәнеүең, яҡларға, яҡларға өйрәтеүең өсөн оло рәхмәт һиңә, Ырымбур егете!
Ихлас теләктәр менән "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы хеҙмәткәрҙәре.
Читайте нас: