Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар 2020, 16:34

Шағирә Кәтибә Кинйәбулатованың тыуыуына – 100 йыл

Силәбе һәм Ҡурған өлкәһе мәктәптәре уҡыусылары өсөн викторина

Силәбе өлкәһенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ассоциацияһы «Башҡортостан уҡытыусыһы» фәнни-педагогик һәм методик журналы менән берлектә күренекле шағирә һәм балалар яҙыусыһы Кәтибә Кинйәбулатованың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған әҙәби викторина тәҡдим итә.
Был викторинала Силәбе һәм Ҡурған өлкәһе мәктәптәренең уҡыусылары ғына ҡатнаша. Яуаптар 20 ғинуарға тиклем ҡабул ителә. Еңеүселәр 24 ғинуарҙа Арғаяшта «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының Дипломдары менән бүләкләнә.
Викторина һорауҙары
Кәтибә Кинйәбулатова ҡасан һәм ҡайҙа тыуған?
Уның тыуған ауылы нисек атала?
Шағирәнең атаһы кем булып эшләгән?
Нисәнсе йылдарҙа рабфакта, институтта уҡыған?
Педагогик хеҙмәт юлын ҡайһы мәктәптә башлай?
Ҡолой мәктәбендә нисәнсе йылдарҙа эшләй?
Шағирә ниндәй музыка ҡоралдарында уйнаған?
Нисәнсе йылда Өфөгә күсеп китә?
Артабан уҡыуын ул ҡайҙа дауам итә?
Ниндәй журналдың баш мөхәррире була?
Тәүге китабы нисек атала һәм ҡасан донъя күрә?
«Алтын тояҡ – аҡ кәзә» әҫәренең жанры ниндәй?
«Атай тауышы» повесында ваҡиғалар ҡасан бара?
Шағирәнең лирик поэзияһында яратып яҙған темаһы ниндәй?
Бөйөк Ватан һуғыш темаһына арналған әҫәрҙәрен атағыҙ.
Балалар өсөн ниндәй шиғри китаптары бар?
«Бала нур» поэмаһының геройы кем?
Уның ижады ниндәй премияға лайыҡ була?
Бөгөн ҡайһы китапхана шағирәнең исемен йөрөтә?
Шағирә исемендә әҙәби премия ҡайҙа булдырыла?
Викторинала ҡатнашыу талаптары
Викторинала ҡатнашыу өсөн исем, фамилия, класс, мәктәп һәм ниндәй райондан булыуҙы күрһәтеп, телефон номеры һәм электрон адресты теркәп, яуаптарҙы «Кәтибә Кинйәбулатова» – викторина» тигән тамға менән түбәндәге адресҡа ебәрегеҙ:
Силәбе өлкәһенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ассоциацияһы етәксеһе Мортазин Ҡамса Дәүләтбай улының электрон почтаһы [email protected]
Читайте нас: