Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Февраль 2020, 16:22

"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналына 100 йыл

Беҙҙе ҡотлайҙар

«Башҡортостан уҡытыусыһы»ның быйыл оло һәм түңәрәк юбилейы. Нәшер ителә башлауының тәүге көндәрендә үк журнал Башҡортостан уҡытыусыларының методик һәм ғилми үҫештәрен күрһәтеүсе төп баҫма булды. Журнал йөкмәткеһе яғынан да, биҙәлеше буйынса ла йылдың йылы юғары кимәлгә күтәрелә килде. Һуңғы йылдарҙа журнал мәктәп тормошона ҡарата киҫкен боролош яһаны. Унда күтәрелгән проблемалар башҡорт мәктәптәрендә туған тел һәм рус теле уҡытыуҙың мөһим бурыстарын хәл итеүгә, уларҙың сифаттарын яҡшыртыуға төбәлгән. Дөйөм тәрбиә мәсьәләләре хәҙерге заман үҙенсәлектәренән сығып ыңғай хәл ителә.
Журналдың бер нисә телдә нәшер ителеүе лә иғтибарға лайыҡ.
Өлкән йәштәге ҙур тәжрибәле педагогтарҙың сығыштары йәштәр өсөн үҙе бер фәһем булһа, йәш авторҙарҙың фекерҙәре уҡыу-уҡытыу, тәрбиә мәсьәләләренә заманса ҡараш, техник-прогресс үҫешкә яҡын булыуы менән үҙенсәлекле.
Мин үҙем дә мәктәптә, вузда эшләгән сағымда ла яратҡан журналым менән бер ҙә айырылышманым: уҡыным, яҙыштым, ҡулландым, уның уҡытыусылар өсөн тоғро ярҙамсы булыуына тамам инандым.
Журналдың күркәм юбилейы менән редакция хеҙмәткәрҙәрен һәм уның меңәрләгән уҡыусылырын ҡайнар ҡотлайым, эштәрендә яңы уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, бәхетле тормош теләйем.
З.Ғ. СӘХИПОВА, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, педагогия фәндәре кандидаты, С. Юлаев ордены кавалеры.
Мәскәү ҡалаһы.
Читайте нас: