Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Февраль 2020, 13:36

Башҡортостан уҡытыусыһы журналына - 100 йыл

Беҙҙе ҡотлайҙар

«Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының оло юбилейы – республикабыҙҙың уҡытыусылары, тәрбиәселәре, мәғариф өлкәһендә хеҙмәт иткән һәр кем өсөн ысын мәғәнәһендә ҙур ваҡиға. Ул мәғариф хеҙмәткәрҙәренең иң яҡын һәм ҡәҙерле көндәлек журналы – өҫтәл китабы. Бөгөнгө көндә лә иң ҙур тиражлы баҫма булыуы үрҙә әйтелгәндәргә дәлил булып тора.
Миңә, 35 йылға яҡын журналдың редколлегия ағзаһы, әүҙем авторҙарҙың береһе булған кешегә, ул айырыуса яҡын. Журналды һәм уның хеҙмәткәрҙәрен матур байрамдары менән ысын күңелдән ҡотлайым һәм артабан да ижади уңыштар теләйем!
М.Б. ЮЛМӨХӘМӘТОВ, педагогия фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре.
Читайте нас: