Динис Бүләков исемендәге Смаҡ урта мәктәбе йыл һайын хәрби-илһөйәрлек айлығына ентекле әҙерләнә. Унда батырлыҡ дәрестәре, тематик кластан тыш саралар, патриотик йыр менән сафтан үтеү смотры ойошторола. Шулар араһында бына өсөнсө йыл рәттән уҙғарылған хәрби хәрәкәттәр ветерандары менән осрашыу айырым урын алып тора. Быйыл уның “Атайҙар конференцияһы” сиктәрендә үтеүе айырыуса отошло булды. Мәртәбәле сара Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына, Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналды һәм республикала Башҡорт теле йылы уңайынан саф башҡортса уҙҙы.
Мәктәп директоры Мораҙым Шаһманов конференцияла ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, кеше тормошонда илһөйәрлек хисе ҙур урын алып тороуын билдәләне. Рәфис хәҙрәт Сафин Тыуған ил азатлығы өсөн башын яуҙа һалған яугирҙәр рухына аят уҡыны. Белем биреү учреждениеһында ғүмер буйы хәрби етәксе дилбегәһен тартҡан Сынтимер Байгилдиндың, шулай уҡ район-ҡаланың танкистар ойошмаһы етәксеһе, Мәләүез башҡорттары ҡоролтайының “Ир-егеттәр ҡоро” рәйесе Фәнис Бикташевтың, “Батальон” хәрби хәрәкәт ветерандары ойошмаһы етәксеһе Йәмил Әлмөхәмәтовтың сығышы фәһемле булды.