20 февралдә «Рөстәмдең сере» (Ғ. Ҡотой, С. Баженова инсценировкаһы) исемле яңы спектакль сәхнәгә сығасаҡ.
Спектакль Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнала.
Әҫәрҙә ваҡиғалар 1941-се йылда бара. Рөстәм исемле үҫмер малай һуғышҡа барып, совет һалдаттарына ярҙам итергә, дошмандарҙы юҡ итергә хыяллана, әммә билдәле – балалаларҙы фронтҡа алмайҙар. Тап шул ваҡыт уға өләсәһе тылсымлы абаға сәскәһе тураһында һөйләй – йәнәһе лә, уның сәскәһен ашаған кеше күҙгә күренмәҫ йәнгә әйләнеп, сихри көскә эйә була. Әммә абаға яҙ көнө, төн уртаһында ғына (күҙ асып, йомған арала ғына!) сәскә ата, уны өҙөп өлгөрөү мөмкин түгел тиерлек… Өләсәһенең хикәйәте малайҙың күңеленә тынғылыҡ бирмәй: ҡурҡыуын еңеп, төн уртаһында дөм ҡараңғы урманға бара, абаға сәскәһен табып ашай һәм күҙгә күренмәй торған кешегә әйләнә. Ул теләгенә ирешә: ата-әсәһенә хат яҙып ҡалдыра ла фронтҡа китә…
Повесть яҙылып бөтмәй... Һуғышта хәрби корреспондент булған Ғәҙел Ҡотой, һалҡын алдырып, ауырып китә. 1945 йылдың июнендә Польша госпиталендә һәләк була.
Ғәҙел Ҡотойҙоң «Рөстәм мажаралары» әҫәре буйынса спектаклде Рәсәйҙең билдәле театр эшмәкәрҙәре әҙерләгән: инсценировка авторы – драматург Светлана Баженова, ҡуйыусы режиссеры Радион Букаев, рәссам-яҡтыртыусы – Евгений Ганзбург. Шулай уҡ ижади төркөмдә ҡуйыусы рәссам – Альберт Нестеров, композитор – Илшат Яхин эшләй.
Ролдәрҙә: Зилиә Ситдиҡова, Миңзәлә Хәйруллина, Илсур Байымов, Гүзәл Маликова, Ирек Булатов, Юнир Ҡоланбаев, Артур Ҡунаҡбаев, Урал Аминов.
Спектакль Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Бәләкәй сәхнәһендә күрһәтеләсәк.