Башҡортостан уҡытыусыһы
-8 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Февраль 2020, 20:03
“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналына – 100 йыл
Байлыҡ сығанағы
– Нисек була байып? – тигән
Һорау төшһә телеңдән,
Икеләнмәй яуап бирәм:
Ал байлыҡты ғилемдән!
Туплаһаң ғилем, аңларһың
Алтындарға тиңлеген.
Ғилемлеләр яулай бөгөн
Сикһеҙ йыһан киңлеген.
Кемдәр бөйөк эштәр менән
Данлай Тыуған илемде?
Әйтмәйенсә лә беләһең –
Тәү сиратта – ғилемле.
Ҡомдан ҡоя аҫыл таштар –
Биргән Хоҙай булмышты.
Ожмах баҡсаң ситтә торһон,
Сәскә итә тормошто.
– Ҡайҙан алырға ғилемде,
Ғилем туплап ҡыуаныр?
Юҡмы берәр ғилми баҫма? –
Тигән һорау тыуалыр.
Бар ул ундай баҫма илдә,
Уны күптәр алдыра.
Педагогик, фәнни журнал,
Кәрәк булғас, ал, бына!
Ҡулға тотоу менән унан
Белем көсө урғыла.
“Башҡортостан уҡытыусыһы”-
Иң шәп журнал шул ғына!
Ҙур асыштар туплап була,
Биттәрендә “ҡаҙынып”.
Артһын ғилем байлыҡтарың,
Уҡы, уға яҙылып!
К.Н.ФАЗЛЕТДИНОВ, Башҡортостандың атҡаҙанған
уҡытыусыһы, Бәләбәй районының почетлы гражданы.
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"