Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Апрель 2020, 19:30

Мәктәптәрҙә дистанцион уҡытыу

Э.Ф. РӘХИМОВА, Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы мөдире

Апрель айында мәктәптәр дистанцион уҡытыуға күсерелде. Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты менән берлектә мәктәптәр өсөн методик инструкциялар әҙерләне (https://distant.irorb.ru/metodiki/).
Методик инструкцияларҙа дистанцион уҡытыуҙы ойошторғанда уҡытыусылар тарафынан ҡулланыу өсөн тәҡдим ителә торған электрон белем биреү ресурстары күрһәтелгән. Был, айырым алғанда, “Электрон журнал һәм көндәлек”, “Дәүләт мәғлүмәт системаһы”, шулай уҡ “Факультативтар” модуле. Дистанцион уҡытыу өсөн бер нисә онлайн-платформа: “Рәсәй электрон мәктәбе”, “Мобиль электрон белем биреү”, “Асыҡ мәктәп”, “Учи.ru”, “Якласс”, “Сириус”, белем биреү үҙәге майҙансығы тәҡдим ителә.
Был методик кәңәштәрҙең ҡайһы бер урындарында тағы ла бер туҡталып китәйек.
Дистанцион уҡыуға күсеү – ул заман талабы. Хәҙерге ваҡытта дистанцион белем алыуҙа төп шарт булып компьютер техникаһы, интернет селтәре, ғөмүмән, заманса йыһазландырылған кабинет тора.
Дистанцион уҡытыуҙың төрлө форматтары бар:
– Видео-дәрес. Унда ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бик күп мәғлүмәт биреп була. Шулай уҡ уҡыусы был дәресте үҙенә уңайлы ваҡытта асып ҡарай ала (офлайн режим). Дәресте махсус видеокамераға (веб-камера), ноутбук, планшет, смартфонға ла төшөрөргә була. Видео-дәрестә кәрәкле мәғлүмәтте асыҡ, аңлайышлы итеп бирергә кәрәк;
– Вебинар. Дәресте аңлатыуҙан тыш, бында һорауҙарға яуап бирергә була;
– Төрлө форматтағы дәрестәр: текст материалы, презентация, инфографика һәм башҡалар.
Уҡытыусылар дистанцион белем биреү өсөн платформа, блог, сайт, мессенджер, ябыҡ төркөм һәм башҡа бәйләнеш булдырырға тейеш.
Уҡыу материалын биргәндә һәр дәрескә эште башҡарыу өсөн ҡыҫҡа инструкция тәҡдим итеү мотлаҡ. Аҙнаһына ике тапҡыр булһа ла уҡытыусы уҡыусылар менән аралашырға бурыслы.
“Белем биреү” АИС системаһында эшләү өсөн һылтанма (ссылка), пароль һәм логин һәр бер уҡыусыға бирелә һәм уҡытыусы, уҡыусыларҙың эшен контролдә тотоп, электрон журналға баһа ҡуя. Электрон журналда көн дә дәрестең темаһы, күнегеү һәм үҙ аллы эштәр ҡуйыла бара. Дәрестәр теҙмәһенә яраҡлы рәүештә эштәрҙе ебәреү, баһалау өсөн ваҡыт бирелә.
Уҡытыусы уҡыусыларҙың эштәрен (скриншот, тест һөҙөмтәләре, һорауҙарға яуаптар, мәсьәләләрҙе сисеү, эссе, реферат һәм башҡа проекттарҙы) отчет өсөн йыйып барырға тейеш.
Әгәр ҙә дистанцион уҡытыу мөмкинлеге булмаһа, уҡытыусы телефон, ватсап аша өйгә эштәр, консультация бирә ала. Яңы теманы ҡыҫҡаса яҙҙырып, ватсапҡа, “Бәйләнештә” социаль селтәренә йә мәғлүмәт (сообщение) формаһында ла ебәрә ала.
Уҡытыусы дистанцион уҡытыу системаһында бар булған формаларҙы ла ҡуллана ала. Ул иң ябай, иң кәрәкле ресурстарҙы һайлап, дәресте төҙөй, күнегеүҙәр, тестар индерә. Почта, чат, электрон журнал аша видео-дәрестәрҙе вебинар, скайп, zoom һәм башҡа форматта үткәрергә була.
Уҡытыусы әҙер материалды һәм шулай уҡ үҙенең белем биреү контентын булдырып дәрес үткәрә ала. Шулай уҡ уҡытыусыларҙың шәхси сайттарындағы электрон дәрестәрҙе лә ҡулланырға мөмкин. Был контенттың материалы эсенә кейс, тренажер, күнегеүҙәр инергә тейеш. Дәрестәрҙе уҡыусы төрлө ваҡытта асып ҡарай ала.
Дәрес ике яҡлы булһын өсөн, онлайн-дәрестә уҡытыусының күберәк проблема күтәреү, һорауҙар биреү формаһын ҡулланыуы отошло.
Әлбиттә, уҡытыусы дәрестәрҙе алдан планлаштырырға, һәр бер дәресте ниндәй формала, ниндәй форматта үткәреүен аҙна башында уҡ уйлап эшләргә тейеш. Дистанцион дәрестәрҙе әҙерләгәндә уҡытыусы дәрестең маҡсатын, уҡыусыларҙан теүәл генә нимә талап итеүен, ниндәй һөҙөмтә көтөүен, яңы теманы нисек аңлатыуын, был тема буйынса ҡыҙыҡлы, файҙалы, дәрестең һөҙөмтәһен билдәләрлек эш төрҙәре биреүен, уларҙы тикшереү һәм баһалау формаларын яҡшы итеп күҙалларға бурыслы. Шуның өсөн дә бөтә эштәрҙе ике аҙна алдан планлаштырырға кәрәк.
Үҙ аллы эштәрҙе артыҡ күп бирергә ярамай, уларҙы дөйөмләштереп, аҙнаһына 1-2 тапҡыр бирергә тәҡдим ителә. Мәҫәлән: башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре буйынса тест, текст өҫтөндә эш, презентация, ижади һәм проект эштәрен тәҡдим итергә була. Уҡытыусы был осраҡта күнегеүҙәрҙе, проекттарҙы эшләп ебәреү технологияһын ентекләп аңлатып яҙа. Мәҫәлән: уҡыусы был эште скандан үткәреп, фотоға төшөрөп йә тесты эшләп, электрон адресҡа ебәрә һ.б.
Шул уҡ ваҡытта уҡытыусы дәрескә әҙерләнгәндә СанПин нормаларын иҫәпкә ала:
1-се класс – 10 минут
2-се класс – 15 минут
6 – 7 класс – 20 минут
8 – 9 класс – 25 минут
10 – 11 класс – 30 минут.
Дистанцион уҡытыуҙың эшен бер уҡытыусыға ғына ҡалдырырға ярамай, был эште ойоштороуҙа, онлайн-дәрестәрҙең сифатын яҡшыртыуҙы контролдә тотоуҙа иң беренсе мәктәп етәкселеге әүҙемлек күрһәтергә һәм дистанцион белем биреү өсөн шарттар тыуҙырырға тейеш.
Киләсәктә беҙ, уҡытыусылар, уҡыусыларҙың үҙ аллы уҡыу эшсәнлеген әүҙемләштерергә йүнәлтелгән мәғлүмәти технологиялар нигеҙендә яңы быуын уҡытыу материалдарын эшләргә бурыслыбыҙ. Ә дәрестәрҙә информацион технологияларҙы ҡуллана белеүсе яңы тип педагогтарҙы әҙерләү йәмғиәттең төп йүнәлештәренең береһе булыр тигән уйлайбыҙ.
Э.Ф. РӘХИМОВА,
Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы мөдире
Читайте нас: