Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Май 2020, 20:16

Online “Үлемһеҙ полк”та ҡатнашығыҙ!

Был үҙенсәлекле сараны “Ҡурай” каналы үткәрә.
Һеҙҙән Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветераны төшкән фотоны һәм уның исем-шәрифтәрен яҙып, pobedakuraitv@mail/ru электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.
Был фотоһүрәттәр 7,8 һәм 9 майҙа “Ҡурай” каналында күрһәтеләсәк. Шуға был саранан ситтә ҡалмағыҙ, әүҙем ҡатнашығыҙ.
Фото: “Ҡурай” каналы.
https://bash.rbsmi.ru/articles/b-y-k-e-e-g-75/Online--lem-e-polk-ta-atnashi-i-237264/