Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Май 2020, 17:50

Бөйөк Еңеүгә - 75 йыл

Өфөлә 8 мең 300 ветеран, шул иҫәптән 400-гә яҡын Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир йәшәй

Өфөлә 8 мең 300 ветеран, шул иҫәптән 400-гә яҡын Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир йәшәй. Ҡала хакимиәтендә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған саралар үткәреү буйынса йыйылыш үтте. Унда ветерандарға ярҙам күрһәтеү, йорттарын ремонтлау, тарихи-мәҙәни акциялар үткәреү тураһында һүҙ барҙы. Әҙерлек барышында ҡәбер, һәйкәлдәр төҙөкләндерелә, спорт ярыштары үтә. Шулай уҡ 9 майға тиклем 100 көн ҡалғас Ҡарауанһарай алдындағы майҙанда таймерлы стелла асыла.
https://башкиравтодор.рф/news.php?ELEMENT_ID=21130
Читайте нас: