Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Май 2020, 17:44

Был ваҡиғаны 75 йыл буйы көттөк!

Өфөлә Рәсәй Федерацияһы Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың “Алтын Йондоҙ” миҙалын тантаналы рәүештә ҡаршы алыуҙың репетицияһы үткәрелде

Бөгөн Өфөлә Рәсәй Федерацияһы Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың “Алтын Йондоҙ” миҙалын тантаналы рәүештә ҡаршы алыуҙың репетицияһы үткәрелде.
9 майҙа дәүләт наградаһын Өфөгә мәңгелек һаҡлауға алып киләсәктәр. Уны аэропортта ҡаршылаясаҡтар һәм артабан Ҡыҙыл һәм Совет армияһында ҡоралланыуҙа торған Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы “ГАЗ-67”автомобиле, “К-750”, “М-72” мотоциклдары, шулай уҡ 16-сы Гвардия кавалерия дивизияһы һәм Еңеү Байрағы оҙатыуында ҡаланың үҙәк урамдары буйлап алып үтәсәктәр һәм Совет майҙанында тантаналы рәүештә Милли музейға тапшырасаҡтар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Рәсәй Президенты Владимир Путиндың быйылғы 30 марттағы Указы менән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа 1941 – 1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә күрһәткән батырлыҡтары өсөн үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов: “Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров тарафынан мини-парад үткәреү, “Алтын Йондоҙ” миҙалын ветерандарһыҙ ҡаршылау тураһында ҡарар ҡабул ителде. Ғәфү үтенәбеҙ. Билдәле хәл айҡанлы, сара күмәк халыҡ ҡатнашлығынан тыш үтәсәк. Ветерандар һәм республика халҡы өсөн тура трансляция буласаҡ. Уны телевидение аша ҡарарға мөмкин.
Ветерандарҙы ла өйҙә ҡалырға һәм телевизор аша парадты, “Алтын Йондоҙ” миҙалын ҡаршылауҙы ҡарарға саҡырабыҙ. Был хәлде 75 йыл буйы көттөк. Шуға уны 9 майҙа билдәләргә ҡарар иттек. "Алтын Йондоҙ"ҙо Рәсәй Геройы, подполковник Николай Злобин ҡабул итеп аласаҡ. Ул хеҙмәт иткән 29-сы махсус тәғәйенләнешле отряд генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөтә. Ә Совет майҙаны электән Өфөнөң тарихи үҙәге булды, уның эргәһендә “Алтын Йондоҙ” һаҡлауға тапшырыласаҡ Башҡортостандың Милли музейы урынлашҡан”, – тип белдерҙе.
https://bash.rbsmi.ru/articles/b-y-k-e-e-g-75/Bil-va-i-ani-75-yil-buyi-k-tt-k-252447/