Шартлы янғын сығыуы хаҡында хәбәр алыу менән балалар тышҡа атылды. Мәктәп уҡыусыларының быға тиклем дә бындай уҡыуҙарҙы күргәне уларҙың юғалып ҡалмауынан күренеп тора. Тиҙ арала линейкаға йыйылған коллективҡа белгестәр хәүефле хәлдән ҡотолоу юлдары хаҡында һөйләне. Хәйер, балалар ҙа һынатманы. Улар был осраҡта нимә эшләргә кәрәклеген яҡшы белә.Диләрә Зәйҙуллина, Өфөнөң 9-сы урта мәктәбе уҡыусыһы: «Янғын сыҡһа пожарныйҙарға, 01 шылтыратырға кәрәк».Илдус Шәймөхәмәтов, Өфөнөң Киров районы буйынса янғындарҙы иҫкәртеү бүлеге инженеры: «Ошондай уҡыуҙар баш ҡаланың бөтә мәктәптәрендә лә үтә. Беҙ эксплуатациялау ҡағиҙәләрен ҡабатланыҡ, хәүефле ваҡытта нисек юғалып ҡалмаҫҡа икәнлеген иҫкә төшөрҙөк».Линейканан һуң күнекмә уҡыуҙар мәктәп партаһы артында дауам итте. Башланғыс синыф уҡыусыларын Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығы хеҙмәткәрҙәре янғындан һаҡланыу ҡағиҙәләре менән таныштырҙы. Балаларға бирелгән викторина һорауҙары бер ниндәй ҙә ауырлыҡ тыуҙырманы. Икенсе синыф уҡыусыһы Артур һәр бер һорауға тулы, дөрөҫ яуап ҡайтарыуы менән ҡыуандырҙы.Бөгөнгө сара күнекмә генә булһа ла, талаптар ысынбарлыҡҡа яҡынлаштырылған. Янғын һүндереүселәр һәр ҡағиҙәне еренә еткереп үтәне, зыян күреүселәрҙе ҡотҡарыу юлдарын иҫкә төшөрҙө. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, бындай уҡыуҙарға етди ҡарарға кәрәк.Баш ҡалабыҙҙың Киров районы 9-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыу йылын хәүефһеҙ башланы. 3 минут та 26 секундта 579 уҡыусы һәм хеҙмәткәр эвакуацияланды.