Август айында Рәсәйҙә ҡояшлы һәм эҫе һауа торошо урынлаша, термометр күрһәткесе +30 градустан юғары була. Ошо хаҡта Рәсәй Гидрометүҙәгенең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд һөйләне, тип хәбәр итә «Рәсәй гәзите».Йылы үҙәктәге төбәктәргә был аҙнала уҡ килә һәм яйлап йәйҙең киләһе айына ла күсә.«Биш көнгә ҡыҫҡа сроклы фараздар – 95 процент, оҙаҡ сроклы 75-78 процент ихтималлыҡ менән бирелә. Йәғни, бөтә иҫәптәр буйынса август йылы булырға вәғәҙәләй», — тине Вильфанд.Өҫтәүенә августа яуым-төшөм июлгә ҡарағанда күп булмай. Алыҫ Көнсығышта, Уралда һәм Себерҙә август шулай уҡ йылы була. Әммә һауа торошо үҙгәреүсән булырға вәғәҙә итә.