Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 35 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 6955-кә етте. Һауыҡҡандар – 5306 (һуңғы тәүлектә 23 кеше өҫтәлгән).Вафат булғандарҙың дөйөм һаны – 24. Республика стационарҙарында – 207 (шул иҫәптән 37 кеше ауыр хәлдә, уларҙың 11-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 1418 кеше дауалана.