Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Август 2020, 09:10

Дүрт көнгә етерлек битлек

Компания пандемия башланғас та тәүгеләрҙән булып медицина учреждениеларына ярҙамға ашыға.

Хейнекен компанияһы Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһына ун мең медицина битлеге тапшырҙы. Табиптар әйтеүенсә, был ярҙам персоналды дүрт тәүлектән ашыу һаҡланыу сараһы менән тәьмин итергә етә.
Компания пандемия башланғас та тәүгеләрҙән булып медицина учреждениеларына ярҙамға ашыға. Илдең төрлө ҡалаларында хәйриә акциялары, ресторандар селтәрҙәре менән берлектә табиптарға туҡландырыу ойоштора. Яңы коронавирус менән көрәштә тәү кәрәк -яраҡтар, ковидтан һаҡланыу саралары алып бирә.
Әле табиптар беҙҙең сәләмәтлек һағында. Улар беҙҙең геройҙар, улар алғы һыҙыҡта. Беҙ ҙә уларҙы хәлдән килгәнсә ҡайғыртырға тейешбеҙ. Был ярҙам ҙур түгел, әммә улар хәстәрлек тойорға тейеш.
Ольга Лавренова, Хейнекен компанияһының сауҙа һәм дистрибуция буйынса өлкән директоры
Һаулыҡ һағында тороусыларға бөгөн медицина битлектәре тәү кәрәк ярҙам. Сирҙе йоҡтормаҫ өсөн һаҡланыу сараларын йыш алмаштырыу талап ителә. Улар сирҙән тулыһынса һаҡламаһалар ҙа таралыуҙы сикләргә булышлыҡ иитә. Ун меңдән ашыу маска дүрт тәүлеккә етәсәк. Пандемия шарттарында эшләүсе медицина персоналы өсөн бөгөн ниндәй генә ярҙам да ҙур терәк , дәртләндереү көсө, ти табиптар.
Ун мең битлек күп тә түгел кеүек, әммә улар ярҙамында сир менән көрәш күпкә һөҙөмтәлерәк. Был битлектәр дүрт көнгә етә. Һаҡланыу сараларын беҙ табиптарға ғына түгел, пациенттарға ла таратасаҡбыҙ. Дауахана бар кәрәк-яраҡтар менән дә тәьмин ителгән. Шулай ҙа ярҙамдан баш тартмайбыҙ
Шамил Булатов, Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы баш табибы
Читайте нас: