Янғын Өфөнөң Степан Злобин урамында теркәлә. Ут туғыҙ ҡатлы йорттоң бишенсе ҡатында дөйөм коридорҙағы ағас ларға тоҡана. Ваҡиға урынына тиҙ арала янғын һүндереүселәр килә. Улар 18 кешене, шул иҫәптән алты баланы ҡотҡара. Биш кеше дауаханаға эләккән, уларҙың дүртәүһе - балалар.