Август - бәшмәктәр айы. Ҡарағайлы, ҡайынлы урмандарҙа, һаҙлыҡлы урында ҡара ҡайын бәшмәге үҫә. Эшләпәһенең диаметры 12 см-ға етергә мөмкин. Тәмле, итләс бәшмәк. Киҫеп алған урында төҫө үҙгәрә.
Тоҙлау өсөн гөрөздә (груздь), ерән бәшмәк (рыжик еловый), һарыҡ бәшмәге (сыроежка), ҡара ҡайын бәшмәге (бероезовик черный), баллы бәшмәк (опенок) йәки башҡа бәшмәк алына.
Һалҡын ысул емнән тоҙлағанда, бәшмәкте һыулы эмаль һауытҡа һалып, 1- 2 көн һалҡынса урында тоталар. 2-3 сәғәт һайын һыуы алыштырыла. Бәшмәктең әсеһе бөткәс, уны ҡоротоп, эшләпәләрен аҫҡа ҡаратып, банкаға йәки башҡа һауытҡа ҡатлап теҙәләр. Банка төбөнә, шунан һәр ҡатҡа тоҙ һибелә, һарымһаҡ, укроп, ҡарағат япрағы, һарымһаҡ ҡыяғы һалына. Банканы тығыҙлап тултырғас, ябып, һалҡын урынға ҡуялар. Башҡа һауытта тоҙлағанда, өҫтөнә ағас ҡапҡас ябып, ауыр әйбер менән баҫтыралар. 3 - 4 көндән уны һалҡынса урынға күсерәләр.
1 - 1,5 айҙан бәшмәк тоҙлана.
Бешекләп тоҙлағанда, бәшмәктәрҙе эмаль һауытҡа һалып, тоҙло һыуҙа 5 - 10 минут ҡайнатып алалар, күбеген йыялар. Шунан тишекле сүместә һарҡытҡас, быяла банкаларғ тығыҙлап тултыралар. Бөртөклө ҡара борос, һарымһаҡ, лавр япрағы, ҡәнәфер һалына.
һалҡынса ҡараңғы урында һаҡлайҙар.
Ҡайнар һыуҙа бешекләнген бәшмәктәрҙе һарҡытып, һуған, тоҙ, борос һалып, майҙа ҡыҙҙыралар. Бер аҙ ҡыҙҙырғас, өҫтөн ҡаплап, әҙер булғансы һүрән утҡа ҡуялар. Өҫтөнә туралған укроп, йәшел һуған һибәләр, ҡаймаҡ һалалар. Бешкән картуф менән бирәләр.