Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь 2020, 16:18

ҘУР ШӘХЕСЕБЕҘ ВАФАТ

91 йәшендә СССР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы Хәнифә Сиражи ҡыҙы Искәндәрова яҡты донъяны ташлап китте.

91 йәшендә СССР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы Хәнифә Сиражи ҡыҙы Искәндәрова яҡты донъяны ташлап китте. ”Хәнифә Сиражи ҡыҙы ысын, бөйөк Уҡытыусы ине”, - тип белдергән үҙенең күңелһеҙ хәбәрендә Салауат районы башлығы Марс Кашапов.Хәнифә Искәндәрова 1928 йылдың 20 мартында Яхъя ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Ете класты тамамлағандан һуң колхозда иҫәпсе булып эшләй. 1949 йылдан Арҡауыл урта мәктәбендә биологиянан уҡыта. Аҙаҡ Миәшәгәр, Торналы, Малаяҙ һәм Арҡауыл мәктәптәрендә биология уҡытыусыһы булып эшләй. СССР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, СССР Юғары Советының һигеҙенсе һәм туғыҙынсы саҡырылыш депутаты, уҡытыусыларҙың беренсе Бөтә Союз съезы делегаты, Салауат районының почетлы гражданы Хәнифә Искәндәрова һәр ваҡыт халыҡ мәнфәғәттәренә тоғро хеҙмәт итте.Социалистик Хеҙмәт Геройы ғүмере буйы Арҡауыл ауылында йәшәне. Ул уҡытып оло тормош юлына сығарған уҡыусылары һәм яҡташтары күңелендә Хәнифә Сиражи ҡыҙының яҡты иҫтәлеге оҙаҡ йәшәйәсәк.
Читайте нас: