Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь 2020, 17:32

2021 йылдың ғинуарынан Әсәлек капиталы арта

Əле ул беренсе балаға 466 617 һум, икенсе бала өсөн 616 617 һум тəшкил итə.

Әсәлек капиталы арта
Əле ул беренсе балаға 466 617 һум, икенсе бала өсөн 616 617 һум тəшкил итə.
2021 йылдың ғинуарынан Рəсəй Пенсия фонды бюджеты проектында əсəлек капиталы күлəме 3,7 процентҡа артырға тейеш. Һөҙөмтəлə "маткап" күлəме 483 882 һəм 639 432 һумға барып етəсəк.
Əгəр ҙə ата-əсə беренсе бала өсөн түлəү алмаһа, икенсе бала өсөн 155 550 һум өҫтəлəсəк.2021 йылда əсəлек капиталы 1,2 млн ғаилəгə иҫəплəнəсəк, быға йəмғеһе 443,3 миллиард һум бүленəсəк.
Иҫегеҙгə төшөрəбеҙ, апрель айынан алып "әсәлек капиталы" сертификаты автоматик рəүештə бирелə. Документты биш көндə ҡулға алырға мөмкин, ғариза 10 эш көнөндə ҡаралып бирелə.