Ғафури районы үҙәге Красноусол ҡасабаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы дауам итә. Хәбәр итеүебеҙсә, ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт теле йылына арнала. Сарала ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин республика етәкселеге тарафынан туған тел уҡытыусыларына һәр йәһәттән ярҙам күрһәтелеүен билдәләне. Туған телгә өйрәнеү ғаиләнән һәм мәктәпкәсә тәрбиәнән башлана, тине ул. Артабан форум үҙенең эшен бер нисә майҙансыҡта дауам итте. “Башҡорт телен өйрәнеүҙә интерактив һәм мультимедиа ресурстары”, “Башҡорт теленән дистацияла уҡытыуҙы нисек ойошторорға?”, “Тыуған яҡты өйрәнеү һәм этномәҙәниәт йүнәлешендәге дәрестәр: нимә ҡулланырға һәм нисек уҡытырға?”, “Федераль конкурстарҙа ҡатнашыу”, «Башҡорт телен уҡытыу буйынса ата-әсәләр менән эште нисек дөрөҫ ойошторорға?”, “Төбәк мәғариф системаһында классик университет һәм белем биреү учреждениелары: хеҙмәттәшлек формалары” һәм башҡа майҙансыҡтарҙа эшлекле, йәнле һөйләшеүҙәр, фекер алышыуҙар ойошторолдо. Әйтәйек, “Башҡорт теленән дистацияла уҡытыуҙы нисек ойошторорға?” тигән майҙансыҡта Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльмира Хәсәнова үҙенең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Эльмира Салауат ҡыҙы һөйләүенсә, дистанцияла уҡыу осоронда ла һәр уҡыусы дәрестәргә етди әҙерлек менән килгән, берәү ҙә еңел ҡарамаған. Онлайн шарттарҙа ла балаларҙы ҡыҙыҡһындырырға мөмкин. Өҫтәүенә хәҙер гаджеттар өсөн программалар булдырыла, улар балаларҙа ҡыҙыҡһыныу уята. “Смарт” 162-се полилингваль күп профилле мәктәп директоры Наил Әминев “Башҡорт телен уҡытыу буйынса ата-әсәләр менән эште нисек дөрөҫ ойошторорға?” майҙансығында сығыш яһап, былай тине: «Башҡорт теленә иғтибар бермә-бер арта. Шуныһы ҡыуаныслы: ата-әсәләр тарафынан ярҙам тоябыҙ. Бөгөн күп тел, шул иҫәптән туған телеңде белеү заманса күренешкә әйләнә бара».