Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Сентябрь 2020, 22:06

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы

Форум хаҡындағы тәьҫораттары менән Башҡорт дәүләт университеты доценты, филология фәндәре кандидаты Рәмилә Янсаф ҡыҙы Хөснөтдинова бүлешә

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы хаҡындағы тәьҫораттары менән Башҡорт дәүләт университеты доценты, филология фәндәре кандидаты Рәмилә Янсаф ҡыҙы Хөснөтдинова бүлешә.
24 – 25 сентябрҙә Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы үтте. Сара Башҡортостан Хөкүмәте, республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолдо. Башҡорт теле йылына арналған форумда дөйөм белем биреү учреждениеларында, урта һәм юғары уҡыу йорттарында эшләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, район методик берләшмәләре етәкселәре, инновацион белем биреү ойошмалары директорҙары, методик әсбаптар авторҙары, муниципаль хакимиәттәрҙең мәғариф идаралыҡтары рәйестәре, ата-әсәләр берләшмәләре вәкилдәре ҡатнашты.
Форумды асыу тантанаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын Мәғариф министрлығының наградалары менән бүләкләү тантанаһы үтте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы айырыуса ҙур уңыштарға өлгәшкән уҡытыусыларға «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалын тапшырҙы.
Сараның эшлекле өлөшө Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге ойошторған 13 майҙансыҡта оҫталыҡ дәрестәре, тренингтар һәм консультациялар рәүешендә барҙы. Уларҙа юғары уҡыу йорттары менән белем биреү учреждениелары араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлек формалары, юғары уҡыу йорттарында башҡорт телен уҡытыу, башҡорт телен дистанцион уҡытыу, федераль конкурстарҙа ҡатнашыу, республика гранттарын юллау тәртибе, ата-әсәләр менән уртаҡ тел табыу, тыуған яҡты өйрәнеү дәрестәрен алып барыу, башҡорт телендә мәктәп телевидениеһын ойоштороу, төньяҡ-көнбайыш диалекты шарттарында башҡорт теле һәм башҡа темалар яҡтыртылды. Унда туған телде уҡытыуға бәйле көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары ҡаралды, яңы методик алымдарҙың таралыуы тикшерелде, педагогтар тәжрибәләре менән уртаҡлашты.
Уҡытыусылар көнөнә һәм Башҡорт теле йылына арналған әҙәби-музыкаль кисә, шулай уҡ “Самауырлы ритайым”да сәксәк менән сәй эсеп, бейеп күңел асыу барыһының да күңеленә хуш килде, уҡытыусылар өсөн ҙур бүләк булды.
Икенсе көндә биш майҙансыҡта эшләгән панель дискуссияларҙа эшлекле һөйләшеү дауам итте, туған тел дәрестәренә яңы талаптар, уны уҡытыу методикаһын камиллаштырыу, Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен үҫтереү, билингваль һәм полилингваль шарттарҙа милли мәктәптең үҫеше, балалар баҡсаларында, һөнәри белем биреү учреждениеларында башҡорт телен уҡытыуҙың торошо кеүек мәсьәләләр ҡаралды.
“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының һөнәри оҫталығы” донъяуи кафеһында стресҡа ҡаршы тороу, медиатив технологиялар ҡулланыу, лидерлыҡ, һөҙөмтәле коммуникациялар, уңышҡа өлгәшеү ресурстары кеүек уҡытыусылар өсөн бик актуаль мәсьәләләр буйынса белгестәр менән әңгәмәләр ойошторолдо.
Ике көн эш барышында һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә тыуған фекерҙәр, эшлекле тәҡдимдәр Башҡортостан Республикаһы башлығы менән осрашыуҙа Р.Ф.Хәбировҡа еткерелде.
Республика етәксеһе “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы”, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” исемдәренә, Маҡтау грамоталарына, Рәхмәт хаттарына лайыҡ булыусыларҙы бүләкләне. ​
Форум башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытҡан педагогтарҙың тәжрибәһен арттырыу, башҡорт телен уҡытыу шарттарын камиллаштырыу, башҡорт телен уҡытыу мәсьәләләренә фән, мәҙәниәт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең иғтибарын йәлеп итеү йәһәтенән артабан да киң ҡоласлы эш алып барыу бурысын ҡуйҙы.
Читайте нас: