24 - 25 сентябрҙә Ғафури районының «Красноусольск» шифаханаһында Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы уҙҙы. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Мәғариф һәм фән министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолған форум Башҡорт теле йылы сиктәрендә үткәрелде.
Ғафури районының Красноусол ҡасабаһы башҡорт гимназия-интернаты директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипова форум хаҡындағы фекерҙәре менән бүлеште.
“Эшлекле, ваҡытлы фәһемле форумда милли мәктәптәр директорҙары ла ҡатнаштыҡ.
беҙҙең өсөн форум - аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу, маҡсаттар билдәләү, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләү майҙаны булды.
Форумда Республика башлығы Радий Фәрит улы ла ҡатнашты. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, форумда Р. Хәбиров башҡорт телендә сығышы яһаны.
"Бөгөн башҡорт халҡы планетаның 2 миллион кешеһен берләштерә, уларҙың 1,5 миллиондан артығы — Рәсәйҙә һәм 1 миллион 200 меңгә яҡыны — Башҡортостанда йәшәй. Республика хакимиәтенең бурысы — башҡорт телен һәм башҡорт халҡының күп быуатлыҡ мәҙәниәтен һаҡлау", — тип билдәләне ул телмәрендә.
Тәүге форумдағы ҡарарҙарға килгәндә, уларҙың тормошҡа ашырыла башлауы киләсәккә өмөт уята.
Был форумда мине айырыуса шатландырған, эшкә дәрт өҫтәгән мәлдәрҙе билдәләп үткем килә.
Ябай башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының абруйы һыҙыҡ өҫтөнә алынды – уҡытыусыға ҡәҙер күрһәтелде.
Милли мәктәптәр буйынса концепция тамамланыу өҫтөндә .
Киләсәктә милли мәктәп директорҙары менән "түңәрәк өҫтәлдәр" үткәреү, тәжрибә уртаҡлашыу буйынса төрлө мәктәп базаларында осрашыуҙар ойоштороу ҡараласаҡ. Гранттарға дәғүә итеүселәр белгестәр ярҙамы менән тәьмин ителәсәк.
Мәғариф өлкәһендә шишмәнең башы булған балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәренә айырым иғтибар бүленеүе телде һаҡлап ҡалыуҙағы етди аҙым тип һанайым.
Бындай форумдарҙың йылына 2 тапҡыр үткәрелеп торасағы хаҡындағы иғлан башҡорт теленең яҡты киләсәгенә нигеҙ тип уйлайым”.
Хөрмәтле коллегалар! Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙының тырышлығы менән интернет селтәрендә “Башҡорт телен яратабыҙ! Башҡорт телен өйрәнәбеҙ!”, “Мин китап яратам” тигән төркөмдәр ойошторола. Был төркөмдәрҙә үҙ-ара һөйләшеү тик башҡорт телендә бара, халҡыбыҙҙың телен, мәҙәниәтен һәм тарихын белеү, һаҡлау, таратыу маҡсатында ныҡышмалы эштәр алып барыла. Форсаттан файҙаланып, һеҙҙе ошо төркөмдәргә саҡырабыҙ.