Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Сентябрь 2020, 22:25

"Беҙҙең мәктәп Силәбенең башҡорт мәҙәниәте үҙәгенә әүерелә бара”

Ғафури районында үткән Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумында Силәбе өлкәһе Красноармейский районының Яҡуп ауылы мәктәбе директоры ла ҡатнашты. Ул - Фәриҙә Ғилметдин ҡыҙы Баймөхәмәтова - Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Был хатта "мәғариф өлкәһендә оҙаҡ йылдар эшләп, башҡорт халҡының йолаларын, мәҙәниәтен һәм телен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән өсөн" тигән йылы һүҙҙәр бар.
"Яҡуп мәктәбендә директор эшен 2013 йылдан алып башҡарам. Шул йылда уҡ уҡытыу программаһына башҡорт теле дәрестәрен индерҙек. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Силәбе өлкәһе хакимиәте менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Башҡорт телен, мәҙәниәтен, йолаларын өйрәнеү, үҫтереү, һаҡлау йәһәтенән төрлө яҡлы эш алып барабыҙ. Беҙҙең мәктәптә йыл һайын район кимәлендәге ҙур саралар үткәрелә. Мәҫәлән, этнофестивалдәр, башҡорт телен өйрәнгән балалар өсөн лагерҙар ойошторола. Йыл һайын Мостай Кәрим уҡыуҙары уҙғарабыҙ. Быйыл да был сара бик сағыу һәм күләмле булмаҡсы. Ҡазан ҡалаһында йыл да үткәрелгән шиғыр һөйләүселәр конкурсында ҡатнашып, башҡорт телендә сығыш яһайбыҙ, балаларыбыҙ призлы урын алмайынса ҡайтмай.
Беҙҙең тағы бер ҙур ҡаҙанышыбыҙ – мәктәптә башҡорт тарихы һәм мәҙәниәте музейы асылыуы. Ул беҙҙең белем усағын, ауылды Силәбе өлкәһенең башҡорт мәҙәниәте үҙәге итте", - тип эшмәкәрлеге тураһында бәйән итте Фәриҙә Ғилметдин ҡыҙы.
Фото Ф. Баймөхәмәтованың шәхси архивынан.
Автор: Лилия Нуретдинова
https://bash.rbsmi.ru/articles/belem-m-t-rbi/Be-e-m-kt-p-Sil-bene-bash-ort-m--ni-te--gen--erel-bara-...