Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Ноябрь 2020, 21:36

Баймаҡтар "Ғаилә ҡомартҡыһы" премияһын яуланы

ыйыл унда илебеҙҙең 77 төбәгенән ҡатнашырға теләк белдергәндәр

Өсөнсө йыл рәттән Рәсәй Йәмәғәт палатаһы "Ғаилә ҡомартҡыһы" премияһын тапшыра. Быйыл унда илебеҙҙең 77 төбәгенән ҡатнашырға теләк белдергәндәр.
Шуныһы ҡыуаныслы: Баймаҡ районынан ике ҡатанашыусы был мәртәбәле наградаға лайыҡ булды. Улар - район китапханаһы (етәксеһе Зилә Мортазина) һәм крайҙы өйрәнеүсе, тарихсы, "Темәс" тарихи-мәҙәни үҙәге рәйесе Айҙар Мәжитов.
Район китапханаһы Еңеүҙең 75 йыллығына арналған "Бер фотоһүрәттең тарихы" акцияһын ойошторҙо һәм меңәрләгән фотоһүрәт йыйып, еңеүселәр рәтенә инде. Айҙар Мәжитов башҡорт халҡының үткәнен өйрәнеүгә ҙур өлөш индерә. Өмөтбай мәктәбендә ул "Мираҫ" эҙләнеү төркөмөн төҙөп, уҡыусылар менән бик күп изге эштәр башҡара.
"Ғаилә ҡомартҡыһы" премияһына лайыҡ булған баймаҡтарҙы оло еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ.
Фото: Зилә Мортазинаның "Бәйләнештәге" сәхифәһенән.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Bayma-tar--ail--omart-i-i-premiya-in-yaulani-533411/
Читайте нас: