Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2020, 14:05

Башҡортостандан ике уҡытыусы - еңеүсе

Рус теле һәм Рәсәй халыҡтарының туған телдәре уҡытыусылары араһында үткәрелгән вариатив белем биреү программалары конкурсына йомғаҡ яһалды

Рус теле һәм Рәсәй халыҡтарының туған телдәре уҡытыусылары араһында үткәрелгән вариатив белем биреү программалары конкурсына йомғаҡ яһалды. Ошо айҡанлы Мәскәүҙә дистанциялы һәм ҡәҙимге алымда еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте.
Конкурстың төп маҡсаты – рус теле һәм Рәсәй халыҡтары телдәре буйынса белем биргән уҡытыусыларҙың эш тәжрибәһен өйрәнеү, улар тарафынан ҡулланылған программаларҙы барлау, иң яҡшыларын һайлап алыу. Был бәйгене Рәсәй Мәғариф министрлығының Дөйөм белем биреү өлкәһендә дәүләт сәйәсәте һәм идара итеү департаменты ойошторҙо.
Конкурс 17 августа башланып, дүрт этапта үткәрелде. Башҡортостан Республикаһынан был бәйгелә 14 уҡытыусы ҡатнашты. Улар араһынан ике педагогтың – Бәләбәй гуманитар-техник колледжының башҡорт теле уҡытыусыһы Р.Р. Хәбетдинованың һәм Өфө күп профилле профессиональ колледжының рус теле уҡытыусыһы Е.Г. Төхвәтуллинаның эше иң яҡшылар иҫәбендә билдәләнде. Улар тәҡдим иткән программалар өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Еңеүселәрҙең береһе – Регина Рәдис ҡыҙы бына 18 йыл инде Бәләбәй гуманитар-техник колледжында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡыта.
“Конкурсҡа “Туған (башҡорт) теле һәм уны уҡытыу методикаһы” тигән программамды тәҡдим иттем. Еңеүемә, әлбиттә, бик шатмын. Бүләкләү сараһында онлайн-алымда ҡатнаштым. Беҙҙең колледжда туған тел булараҡ дүрт тел – рус, башҡорт, татар һәм сыуаш телдәре уҡытыла. Дәрестәр һаны етә, башҡорт телен барлыҡ белгеслектәр буйынса белем алған студенттар йә туған тел, йә дәүләт теле булараҡ өйрәнә. Бөгөн мәктәптәрҙәге башҡорт теле кабинеттарын йыһазландырыуға ҙур иғтибар бирелә, киләсәктә ошо йүнәлештәге программаларға урта һөнәри белем биргән уҡыу йорттарындағы тел кабинеттары ла индерелһен ине, тигән теләгемде лә еткегем килә”, – тине Регина Рәдис ҡыҙы.
Ә беҙ уға яуаплы, тынғыһыҙ хеҙмәтендә уңыштар һәм тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр теләйбеҙ.
Фото: Р. Хәбетдинованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
https://bash.rbsmi.ru/articles/belem-m-t-rbi/E-e-sel-r-ara-inda--Bash-ortostandan-ike-u-itiusi-569303/
Читайте нас: