Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2020, 19:05

Республиканың тыуған яҡты өйрәнеүселәре һәм музей хеҙмәткәрҙәренең I форумы үткәрелде

1 декабрҙә республиканың тыуған яҡты өйрәнеүселәре һәм музей хеҙмәткәрҙәренең беренсе форумы үткәрелде. Ул Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналды. Башҡортостан Милли музейы ойошторған был онлайн сара республика халыҡтарының тарихи-мәҙәни мираҫын өйрәнеү, һаҡлау, шулай уҡ музей эшен үҫтереү, популярлаштырыу һәм башҡа маҡсаттарҙы үҙ эсенә алды. Форумды республиканың Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостандың тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте, Башҡортостан Милли музейы, Өфө ҡалаһы музейы, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең Башҡортостандағы бүлексәһе ойошторҙо. Ултырыштарҙа Мәҙәниәт министрлығы, дәүләт һәм муниципаль музейҙар етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре, Башҡортостандың тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте бүлексәләре вәкилдәре, фән, мәғариф, архив эше белгестәре ҡатнашты.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/tk-n-men-n-kil-s-kte-kemd-r-b-yl-y-569658/

1 декабрҙә республиканың тыуған яҡты өйрәнеүселәре һәм музей хеҙмәткәрҙәренең беренсе форумы үткәрелде. Ул Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналды.
Башҡортостан Милли музейы ойошторған был онлайн сара республика халыҡтарының тарихи-мәҙәни мираҫын өйрәнеү, һаҡлау, шулай уҡ музей эшен үҫтереү, популярлаштырыу һәм башҡа маҡсаттарҙы үҙ эсенә алды.
Форумды республиканың Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостандың тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте, Башҡортостан Милли музейы, Өфө ҡалаһы музейы, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең Башҡортостандағы бүлексәһе ойошторҙо.
Ултырыштарҙа Мәҙәниәт министрлығы, дәүләт һәм муниципаль музейҙар етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре, Башҡортостандың тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте бүлексәләре вәкилдәре, фән, мәғариф, архив эше белгестәре ҡатнашты.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/tk-n-men-n-kil-s-kte-kemd-r-b-yl-y-569658/